“Аҡыллы сәскес”06.06.2017
Ғафури районының “Сатурн” крәҫтиән (фермер) хужалығы 400 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Былтыр хужалыҡ Германиянан махсус рәүештә юғары технологиялы яңы сәскес алып ҡайтҡан. Агрегат яғыулыҡты, орлоҡто ике тапҡырға аҙ сарыф итеүе менән отошло.
“Аҡыллы сәскес” сәсеүҙе йөҙ процентҡа теүәл башҡарыуы менән дә төшөмлө. Борттағы компьютер һәр хәрәкәтте аныҡ күҙәтеп бара, хатта сәселгән урынға килеп етеү менән ул туҡтап ҡала. Әйткәндәй, техника GPS юлдаш элемтәһе ярҙамында механизаторһыҙ ҙа эшләй ала.
Бындай сәскес Рәсәйҙең бер хужалығында ла юҡ. Дөрөҫ, әлегә “Сатурн”да уны һатып алыу мөмкинлеген тикшерәләр. Агрегаттың хаҡы – өс миллион һум, әммә уның сығымды икеләтә аҙ сарыф итеүен иҫәпкә алғанда, биш йылдан ул үҙ хаҡын ҡаплаясаҡ.