Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Дәүләт Думаһындағы Хөкүмәт сәғәтендә сығыш яһап, ғәҙелһеҙ конкурентлыҡтан, йәғни Рәсәй киноһын Голливуд фильмдарынан яҡларға саҡырҙы. Был маҡсатта ул диңгеҙ аръяғынан килгән фильмдарға билет хаҡын күтәрергә кәрәк тигән тәҡдим әйтте.Рәсәй халҡы былтыр Кино йылында абсолют рекорд ҡуйған: 35 миллион кеше үҙебеҙҙең фильмдарҙы ҡараған, кассаға ингән аҡса, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 40 процентҡа артҡан. Һәр икенсе тамашасы кино сифатының яҡшырыуын билдәләгән. Депутат һәм режиссер Владимир Бортко Мәҙәниәт министрлығының Рәсәй киноһына бер фильм төшөрөү өсөн 35 миллион (225 мең доллар) самаһы аҡса бүлеүенә ризаһыҙлығын белдерә. Әйткәндәй, Америка фильмының уртаса бюджеты — 12 миллион доллар. Был һүҙҙе Бортко тик торғандан әйтмәй. Нимә генә тиһәк тә, Голливуд кинолары янында көсһөҙ булып ҡалабыҙ. Барлыҡ тамашасыларҙың 18 проценты ғына беҙҙең киноларға килгән. Ә “татлы бәлеш”тең шаҡтай өлөшө Көнбайышҡа китә.
Мединский белдереүенсә, Рәсәй киноһы Голливуд ҡаҙнаһы менән ярыша алмай. Был мәсьәләне хәл итеү юҫығында ул хаҡтарҙы көйләү кәрәклеген белдерҙе, сөнки Американың да, үҙебеҙҙең дә фильмдарға хаҡ бер сама — уртаса 230 һум тирәһе тәшкил итә.