Шарап, һыра — Интернетта06.06.2017
Рәсәй Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы исемлегендә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу буйынса дүртенсе урынды алған. Былтыр, мәҫәлән, илдең һәр кешеһе 12-шәр литр спирт эскән,
Литва халҡы — 16,
Белоруссия — 15,
Латвия — 13 литр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш наркологы Евгений Брюн бел­дереүенсә, 12 литр күп. Бер кеше­гә йылына өс-дүрт литр норма һанала. Әйткәндәй, рәсәйҙәр Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк ошондай күләм­дә араҡы һемергән. Ә һуғыштан һуң тағы ла күберәк ҡуллана баш­лаған. Милли алкоголь сәйәсәте үҙәге бел­гестәре, беҙгә тормоштоң сәләмәт йәшәү рәүешен нығыраҡ пропаган­даларға кәрәк, ти. Шул иҫәптән иртән­ге сәғәт алтынан киске ун бергә тиклем телевизор экрандарында иҫерт­кес эсемлектәр тура­һын­дағы тапшы­рыуҙарҙы тыйыу мотлаҡ. Үҙәк ил Хөкүмәтенә ошондай тәҡдим ебәргән һәм уның ыңғай хәл ителеренә ышана. Шулай ҙа был хыялдың хуп­ланыуына шикләнгәндәр ҙә юҡ түгел. Ул саҡта “Яҙмыш шаярыуы”, “Уңыш джентльмендары”, “Шурик мажаралары”, “Покров ҡап­ҡалары” кеүек классик фильм­дарға әүерелгән тамашаларҙы күрә алырбыҙмы?
Ә бына власть әһелдәре бөгөн Интернет аша араҡы менән сауҙа итеүҙе тыйыуҙы юҡҡа сығарыуы ихтимал. Финанс министрлығы был юҫыҡта закон проектын әҙерләп бөтөп, тиҙҙән Дәүләт Думаһына тәҡ­дим итәсәк. Министрлыҡтың һалым һәм таможня сәйәсәте департаменты директоры Алексей Сазоновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүге осорҙа шарап һәм һыра һатыла башлаясаҡ.


Вернуться назад