Һигеҙ ҙә булһын, һимеҙ ҙә06.06.2017
Һигеҙ ҙә булһын, һимеҙ ҙә Республикабыҙ йомортҡа етеш­тереү йәһәтенән Рәсәйҙә алдын­ғылыҡты һаҡлап килә. Илдең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәт­тәренә ярашлы, был күрһәткес Башҡортостанда, шулай уҡ Ростов, Воронеж, Ярославль һәм Белгород өлкәләрендә ярайһы уҡ юғары. Йылдың тәүге ике айында Баш­ҡортостанда 54,5 мең тонна ҡош ите, 160,6 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Был йүнәлештәрҙә үҫеш 8,6 һәм 4 процент тәшкил итә.
Былтыр Рәсәйҙә ауыл хужалығы эшсәндәре 43,5 миллиард йомортҡа алып, унан 260 миллиард һум самаһы килем кергән. Был Ер шарындағы йәшәгән халыҡтан алты тапҡырға күберәк, ә Рәсәйҙә йылына һәр кешегә өс йөҙ йомортҡа тура килә тигән һүҙ. Шуның ярты миллиард данаһы экспортҡа оҙатылған. Был, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш. Әле 2013 йылда ғына беҙҙең ил тауыҡ һаны буйынса донъя­ла бишенсе урынды биләһә, хәҙер – дүртенсе баҫҡыста. 2004 йылдан бирле ул бер туҡтауһыҙ үҫә барып, 340 миллиондан 552 миллионға етте. Ҡытай, Һиндостан беҙҙән алда бара.
Бер яҡтан, 1990 йылға тиклем РСФСР кимәле менән сағыш­тырғанда, тауыҡ һаны беҙҙә барыбер аҙыраҡ. Ул саҡта 660 миллион баш булған. Икенсенән, ҡоштар башҡа төрлө хәҙер – Совет осоронда бер тауыҡ йылына 220 дана йомортҡа һалһа, хәҙер 310-ға етә. Шуға ла Рәсәйҙең үҙен йомортҡа менән тулыһынса тәьмин итә алыуы ғәжәп түгел. Әйткәндәй, тауыҡ илдең аҙыҡ-түлек өлөшөнә һыйыр, сусҡаға ҡарағанда бер миллион тонна самаһына күберәк ит бирә. Бына һигеҙ йылдан ашыу ситтән йомортҡа килеү бөтөнләй туҡтаны. Хәҙер, киреһенсә, беҙ туйындырған илдәрҙең һаны арта бара. Былтыр хатта ул Иран, Марокко дәүләттәренә лә барып етте.
Шуныһы ҡыҙыҡ: шәхси хужалыҡ­тар етештергән йомортҡа күләме 25 йыл самаһы үҙгәрешһеҙ ҡала. Мәҫәлән, 1990 йылда 10 миллиард дана булһа, 1995, 2005 йылдарҙа ла шул уҡ иҫәп сыҡҡан. Һуңғы йылдарҙа был һан кәмеп, туғыҙ миллиард тирәһе тәшкил иткән. Бының сәбәбен ауылдарҙа халыҡтың шаҡтай кәмеүен, ҡалғандарының да өлкәндәр булыуы, икенселәренең ҡош-ҡорт тоторға әллә ни атлығып тормауы менән аңлатырға кәрәктер. Ә бит ауыл йомортҡаһы иң сифатлыһы булараҡ билдәле.
Икенсенән, эре ҡошсолоҡ фабрикалары үҙ ҡеүәтен йылдан-йыл арттыра. 2000 йылда улар 24 миллиард дана йомортҡа етештерһә, былтыр 35 миллиардҡа еткергән. Әйткәндәй, Рәсәйҙә бындай предприятиелар үтә күп түгел. Мәҫәлән, “Свердловск” фабрикаһы өлкәләге барлыҡ йомортҡаның 75 процентын бирә. Был йәһәттән белгестәр Баш­ҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһын да өлгө итеп ҡуя. Ойошма йомортҡаны сортҡа айырыу буйынса үҙенең донъялағы иң ҡеүәтле машинаһы менән ғорурлана ала. Ул тәүлегенә 1,35 миллион, ә йылына 500 миллион йомортҡаны “ҡул аҫтынан” үткәрә.
Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәрендә лә дан алған ойошмалар бар. Рязань өлкәһендә – Октябрьский фабрикаһы. Ҙур майҙанды биләгән Төньяҡ-көнбайыш округын Синявин ҡошсолоҡ комплексы файҙалы ризыҡ менән тәьмин итә. Унда күптән түгел Совет осорондағы туғыҙ ҡатлы иҫке биналарҙы емереп, улар урынына 29 яңы ҡеүәтлеһен файҙаланыуға тапшырҙылар. Бында йылына 600 миллион дана йомортҡа алырға мөмкин. Хәҙер хужалыҡ төбәктәге барлыҡ ойошмаларҙан күберәк йомортҡа етештерә ала. Боровский фабрикаһы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Совет осоронда бында 40 мең тауыҡҡа иҫәпләнгән бәләкәй предприятие төҙөлгәйне. 1990 йылда ҡош һанын 550 мең башҡа еткереүгә өлгәштеләр. Был Бөтә Союз рекордына яҡын ине. Хәҙер бында тауыҡ һаны дүрт миллиондан ашып китте. Көн һайын Боровский конвейерынан 2,5 миллион, йылына миллиард тирәһе йомортҡа үҙ ҡулланыу­сыларына юл ала.
Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә йомортҡа артығы менән етештерелә. Хәҙер ил төбәктәре үҙ-ара ярышып эшләй. Әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәт булып йәшәргә мөмкин, тигәнде аңлатмай был. Белгестәр тоҡомсолоҡ эше етди мәсьәлә булыуын иҫкәртә, сөнки етештереү фән эшмәкәрлеге менән йәнәш барғанда ғына уңышлы буласаҡ.
Былтыр Рәсәй сит илдән, башлыса Бельгиянан, Венгриянан, Нидерландтан 578 миллион дана тоҡомло йомортҡа алған. Был, әлбиттә, аҙыҡ булараҡ ҡулланыуға түгел, сифатлы үрсем алыу өсөн кәрәк. Хәҙер үҙебеҙҙең инкубаторҙы үҫтереү мөһим, сөнки, нимә генә тимәйек, Европаға ҡул һоноп, теләнселәп йөрөү килешкән эш түгел. Ахырҙа беҙгә уртаса һаналған Рәсәй йомортҡаһының сифатын яҡшыртыу йәһәтенән тырышыу мотлаҡ. Дәүләт стандарттары аслыҡ йылдарынан ҡалған. Әлегә уны үтә яҡшы тип маҡтап булмай. Шулай ҙа магазин кәштәләрендә унан да тәбиғиерәк ризыҡты табыу мөмкин түгел.
Күренеүенсә, йомортҡа күпләп етештерелә, хәҙер уның сифатын да етди хәстәрләргә кәрәк. Һигеҙ ҙә булһын, һимеҙ ҙә! Заман шуны талап итә.


Вернуться назад