Килешеүҙәр, килешеүҙәр...06.06.2017
Килешеүҙәр, килешеүҙәр... Санкт-Петербургта XXI халыҡ-ара Петербург иҡтисади форумы үтте. Был юлы унда ун дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Мәртәбәле сарала Башҡортостан делегацияһы ла булды.
Төҙөлгән килешеүҙәр һаны буйынса рекорд ҡуйылған сара республикабыҙ өсөн дә һөҙөм­тәле уҙҙы. Башҡортостан деле­гацияһы вәкилдәре Бөтә донъя банкы ағзалары менән осрашты. Рәсәй буйынса Бөтә донъя бан­кының баш иҡтисадсыһы Апурва Санги һәм шәхси сектор, кешелек капиталы, инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендәге программалар етәксеһе Сильви Бассутро ҡатнашлығында үткән һөйлә­шеүҙә һүҙ республиканың Бөтә донъя банкы менән хеҙмәттәш­лек итеү мәсьәләләре тураһында барҙы. Ҡаршы яҡ яҡын арала Башҡортостанға килергә теләк белдерҙе.
Шулай уҡ ошо форум сиктә­рендә Башҡортостан Хөкү­мәте менән “Русское зерно” холдингы араһында республиканың “Бройлер йүнәлешендәге пред­при­я­тиеларҙы төҙөкләндереү” өҫ­төнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеү төҙөлдө. Проект килә­сәктә “Турбаҫлы бройлейҙары” ойошмаһы биләмәһендә бройлер ҡоштарҙы үҫтереүҙе һәм эшкәр­теүҙе күҙ уңында тота.
Килешеүҙәр, килешеүҙәр...Тағы бер эшлекле ғәмәл – Башҡортостан Республикаһы менән “Башҡортостан концессия компанияһы” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтенең Өфөнән “Көнсығыш сығыу юлы”н финанслау, төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы киле­шеүгә ҡул ҡуйыу булды.
Әйткәндәй, форум сиктәрендә шулай уҡ Башҡортостандың илдең инвестиция мөхите торошо милли рейтингында тәүге ун биш төбәк исемлегендә тороуы ла асыҡланды. Был йәһәттән, 2016 йыл менән сағыштырғанда, республика күрһәткес­тәренең яҡ­шырыуы күренә.


Вернуться назад