Күмертау — иң яҡшы моноҡала02.06.2017
Санкт-Петербургта Рәсәйҙең иң яҡшы ун моноҡалаһы иғлан ителде. Исемлектә Башҡортостандың Күмертау ҡалаһы ла бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: май башында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа инвесторҙар – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең буласаҡ резиденттары менән осрашҡайны. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, инвестиция сәйәсәте эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. 2016 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү тиҙлеге буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне. Илдә булдырылған ун йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенән бер юлы икәүһе – Күмертау һәм Бәләбәй – республикала урынлашҡан.
“Бөтә хөкүмәт менән йылдам үҫеш биләмәһе буйынса Күмертау һәм Бәләбәй проекттары мәғәнә һәм эш йәһәтенән тулыланһын өсөн тырышабыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Күмертауҙа һәм Бәләбәйҙә бөтә шарттар булдырыу һәм йылдам үҫеш биләмәләрен ойоштороу өҫтөндә шәхсән рәүештә үҙем эшләйәсәкмен”.