Ихтыяж булғас, үҫеш тә бар02.06.2017
Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә инде.
Алдынғы өс төбәк исемлегендә – Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ханты-Манси автономиялы округы. Иң яҡшылар бишлеген Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан яба. Алтынсы һәм етенсе урындарҙа – Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Ленинград өлкәһе.
Башҡортостан Республикаһы 2015 йылда рейтингтың унынсы баҫҡысында ине. 2016 йылда ул үҙ күрһәткестәрен ике баҫҡысҡа яҡшыртып, һигеҙенсе урынға күтәрелде. Төбәктәрҙе баһалау рейтингына иҡтисадтың ҙурлығы, уның һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ бюджет һәм социаль өлкә кеүек мөһим күрһәткестәр инә.
Тәҡдим ителгән мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр республикала тауар етештереү һәм хеҙмәттәр күләме — 1870,67 миллиард һум, тупланған бюджет 195,17 миллиард һум тәшкил иткән. Иҡтисадта мәшғүл кешеләрҙең иҫәбе 1,895 миллиондан артҡан. Республикала бер кешегә тупланған бюджет табышы – 47,97 мең һумға, төп капиталға инвестициялар 88,71 мең һумға еткән.