Иҙел бит ул…30.05.2017
Иҙел бит ул…Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Хөкүмәткә “Волганы һауыҡтырыу” өҫтөнлөклө проектын әҙерләп тапшырҙы. Мәсьәлә Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведевтың былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Думаһында 19 апрелдә яһаған сығышында күтәрелде. Быға тиклем Волга йылғаһы бассейнына бәйле мәсьәләләр 1998 йылдың 24 апрелендә раҫланған “Волганы тергеҙеү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы хәл ителеп килде. Программаның бюджеты 1998 йыл хаҡтарында 140 миллиард һум тәшкил итте, был сумманың ҙур өлөшө Волга бассейны йылғаларына эләккән айырыуса зарарлы сәнәғәт ҡалдыҡтары күләмен кәметеүгә йүнәлтелде.
“Волганы һауыҡтырыу” проекты 2025 йылға тиклем иҫәп­ләнеп, уның бюджеты 200 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был сумманың яртыһын инвесторҙар түләйәсәк. Проектҡа ярашлы, Волга бассейнына ағы­ҙылған шыйыҡ ҡалдыҡтар, таҙартыу ҡоролмалары аша үтмәгән бысраҡ һыуҙар күләмен 4,5 кубик кило­метрға кәметеү, һыу буйы санитар зоналарын тәртипкә килтереү, өҫтәмә таҙартыу ҡорол­малары комплекстары төҙөү, эшләп килгән­дәрен яңыр­тыу ҡарала. Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской аңлатыуынса, проект бюджетының төп өлөшө нәҡ таҙартыу системалары һәм комплекстары төҙөүгә маҡсатлы йүнәлтеләсәк, сөнки илдәге был төр объекттарҙа төп фондтарҙың туҙыу күрһәткесе 75 процентҡа етә.
Рәсәй Федерацияһындағы экология йәһәтенән иң хәүефле 100 ҡаланың 65-е Волга бассейнында урынлашҡан. Бассейн ил майҙанының ни бары 8 процентын биләй, әммә был территорияла халыҡ бик тығыҙ йәшәй, һәм унда 61 миллион кеше иҫәпләнә. Төбәктә нефть химия­һының – 70, нефть эшкәртеү сәнәғәтенең – 60 һәм электр энергетикаһы ҡеүәттәренең 40 проценты урынлашҡан. Әлбиттә, улар төбәктәге һыу ресурстарына ҙур зыян килтерә. Бассейн йылғаларына йыл һайын 200 миллион тоннанан ашыу төрлө ҡалдыҡ (Рәсәй йылғаларына эләккән ҡалдыҡтарҙың 40 проценты) ташлана.
Башҡортостанда Волга бассейнына Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары ҡарай. Ағиҙелгә эләккән бысратыусы матдәләрҙең 93 проценты Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларына тура килә. Йылғаны бысратыуҙан тыш, был ҡала­ларҙағы предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә лә байтаҡ зарарлы матдәләр сығара. Илдәге иң хәүеф­ле ҡалалар исемлегендә Өфө – 13-сө, Стәрлетамаҡ 43-сө урында килә.
Волганы төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар Иҙел тип белә. “Волга” гидронимы фин-уғыр сығышлы: йылға баш алған төбәктәрҙә йәшәгән Валдай карелдарында “Валга йилга” – “Аҡ йылға”. Бик боронғо замандарҙа уҡ Волга – Иҙел бассейнында, Валдайҙан алып Уралға һәм Каспий (төрки­ҙәрҙә – Хазар) диңгеҙенә тиклемге ерҙәрҙә фин-уғыр һәм төрки халыҡтары йәшәй. Улар өсөн Оло Иҙел, уның бихисап ҡушыл­дыҡтары ысын мәғәнәһендә йәшәү сығанағына әйләнә, легендаларға, эпостарға, йыр­ҙарға инә. Беҙҙең Башҡорт­останда, моғайын, исемдә­ре йырҙарға һалынмаған йылғалар бик һирәктер. Әммә исемдәре йырҙарҙа ғына һаҡланған, үҙҙәре юҡҡа сыҡҡан йылғалар ҙа бар. Заманында Өфө аша ағып үткән, йомшаҡ һыулы, быуа, ике тирмән ҡоролған, тирә-яғында элек ҡобау-меңле башҡорттары йәшә­гән, яңыраҡ күмеп ташланған, өҫтөнән асфальтлы юл үткән Һуҡалаҡ (Сутолока) кеүек онотолған, йырҙарҙа, леген­да­ларҙа иҫкә алынмаған йылғалар ҙа бар (ХХ быуат аҙағында күренекле географ һәм эколог Вадим Александрович Марушин Һуҡалаҡты яҡлап, йылғаны күмеп ташлауға ҡаршы сыҡҡайны, әммә уның инициативаһы Өфөлә яҡлау тапманы).
Оло Иҙел иһә, уйлап ҡараһаң, меңәрләгән шундай бәләкәй генә, күрекһеҙ генә күренгән Һуҡа­лаҡтарҙан йыйыла. Тимәк, шундай бихисап ваҡ йылғаларға ҡарата ла һаҡ, ихтирамлы булһаҡ, был эшкә дәррәү, күмәкләп тотонһаҡ, Оло Иҙелде лә һаҡлап ҡала алырбыҙ.


Вернуться назад