5–7 июндә Мәскәү ҡалаһында IX “Атомэкспо” халыҡ-ара форумы йыйыла. “Атомэкспо” – донъя кимәлендә танылыу яулаған, атом энергетикаһы өлкәһендәге көнүҙәк проблемалар, үҫеш йүнәлештәре иң юғары профессиональ кимәлдә тикшерелгән компетентлы дискуссия майҙансығы, үҙенсәлекле һәм абруйлы “Атом клубы”ның оло йыйыны. Мәртәбәле форумда атом сәнәғәте предприятиелары, фәнни ойошмалар, тәжрибә-конструкторлыҡ бюролары, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы форумдың төп темаһы – “Хәүефһеҙ атом технологиялары”. Именлек – тармаҡтың үҫешен билдәләүсе төп факторҙарҙың береһе. Нәҡ хәүефһеҙлек факторы заманында атом энергетикаһы һәм сәнәғәтенең Башҡортостанда өмөтлө һәм дәртле генә башланған үҫешен күп йылдарға тотҡарлап ҡуйҙы. Был тематика буйынса йәмәғәтселек менән әүҙемерәк эшләү, халыҡта таралған атом фобияһына ҡаршы тороу мөһим. Мәҫәлән, яңы быуын реакторҙарҙың хәүефһеҙлеге атом энергетикаһына ышанысты арттыра төшә. Белгестәр яҡын киләсәктә атом энергетикаһына альтернатива булмауына, уның донъя энергетика балансының нигеҙен тәшкил итәсәгенә баҫым яһай. Хәүефһеҙ реакторҙар тематикаһы менән совет йылдарында уҡ шөғөлләнгән Н.А. Доллежаль исемендәге Энерготехника ғилми-тикшеренеү һәм конструкторлыҡ институты (НИКИЭТ, йәғни НИИ № 8) проектлаған һәм Томск эргәһендәге Северск ябыҡ ҡалаһында төҙөлгән БРЭСТ-300 реакторы (ҡатмарлы аббревиатура яҡынса “етеҙ нейтронлы хәүефһеҙ реактор” тип тәржемәләнә) урандың арзан изотоптарында, шул иҫәптән тәүге быуын реакторҙарҙың яндырған ҡалдыҡтарында эшләй, шул уҡ ваҡытта уның ҡеүәте күпкә юғарыраҡ. Был төр реакторҙарға күсеү илдәге әҙер атом яғыулығын кәмендә 800 йылға еткереү мөмкинлеге (әлеге көндә эшләгән АЭС ҡеүәттәренән сығып иҫәпләгәндә) һәм бик ҙур экономия бирәсәк, бер үк ваҡытта радиоактив ҡалдыҡтар проблемаһы хәл ителәсәк.
Совет йылдарында көслө старт алған ватан атом энергетикаһы СССР тарҡалғандан һуңғы сирек быуат эсендә донъя лидеры – Америка Ҡушма Штаттарынан барлыҡ параметрҙар буйынса ныҡ ҡалышып, төп күрһәткес – атом электр станцияларының дөйөм ҡеүәте буйынса донъяла 5-се урынға төштө:
1. АҠШ 99 535 МВт
2. Франция 83 130 МВт
3. Япония 40 480 МВт
4. Ҡытай 31 617 МВт
5. Рәсәй Федерацияһы 26 865 МВт
Рәсәй Федерацияһының күпселек төбәктәрендә электр энергияһы дефициты арта. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында ҡулланылған энергияның 83,5 проценты ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Рәсәй Федерацияһы йән башына электр энергияһы ҡулланыу буйынса донъя илдәре рейтингында 28-се урынды ғына биләй. Шул уҡ ваҡытта РФ бөтә донъяла етештерелгән атом яғыулығының 45 процентын, атом реакторҙарының 15 процентын сығара, әммә атом электр станцияларында етештерелгән энергияның ни бары 5 проценты ғына беҙҙең ил өлөшөнә тура килә. Һуңғы осорҙа атом энергетикаһы бик ауыр хәлдә ҡалды, уға иғтибар кәмене.
Илдә яңы атом электр станциялары төҙөү эше туҡтатылды. Төҙөлә башлаған станциялар, шул иҫәптән Башҡортостандағы АЭС төҙөлөшө ташландыҡ хәлгә килде.
Башҡортостан атом электр станцияһы (БАЭС) КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының 1980 йылдың 26 июнендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә шул уҡ йәйҙә төҙөлә башлай. АЭС эргәһендә 15 мең кешегә иҫәпләнгән Ағиҙел ҡалаһына нигеҙ һалына. Шуның менән Башҡортостан символик “Атом клубы” ағзаһы булып китә. Проект ВВЭР-1000 реакторҙары ҡоролған дүрт энергоблок төҙөүгә нигеҙләнә. Һәр реакторҙың ҡеүәте 1000 МВт тәшкил итә. Артабан реакторҙар һанын алтауға, станцияның дөйөм ҡеүәтен 6000 МВт-ҡа еткереү планлаштырыла. Станцияны Мәскәүҙәге “Атомтеплопроект” институты проектлай. ВВЭР-1000 реакторы проекты авторҙары – И.В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты (инженер халҡы телендә – “Курчатник”, Мәскәү) һәм “Гидропресс” тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы (Подольск. Был бюроның исеме есеменә тура килмәүе сәйер күренеүе ихтимал: ул, әлбиттә, бер ниндәй ҙә “гидравлик пресс” проектламай, реакторҙар менән генә шөғөлләнә). Реакторҙарҙы етештереүҙә Ленинград өлкәһендәге “Ижора заводы” берекмәһе, Волгодонск ҡалаһындағы “Атоммаш”, Чехословакияның “Шкода” берекмәһе составындағы, В.И. Ленин исемен йөрөткән Пльзень заводы ҡатнаша.
Ун йыл барған ҙур төҙөлөш 1990 йылда БАССР Юғары Советы ҡарары нигеҙендә туҡтатыла. Сәбәбе 1986 йылдың 26 апрелендә Украиналағы Чернобыль атом электр станцияһының 4-се блогында РБМК-1000 реакторы (НИИ № 8, йәғни НИКИЭТ проекты, баш конструктор академик Н.А. Доллежаль) шартлағандан һуң йәмғиәттә күтәрелгән көслө протест тулҡынына бәйле. Бер юлы Татарстандағы һәм Ҡырымдағы оҡшаш төҙөлөштәр ҙә туҡтатыла. Белгестәр был ҡарарҙы нигеҙһеҙ тип баһалай, сөнки Чернобылдәге РБМК-1000 һәм Башҡортостанда ҡуйылырға тейешле ВВЭР-1000 реакторҙары араһында айырма ҙур. Йәнә Чернобыль аварияһы сәбәптәре бик ҙур дәрәжәлә кеше факторына бәйле.
БАЭС төҙөлөшө туҡтатылған мәлгә объектҡа 1990 йыл хаҡтарында гигант сумма – 800 миллион доллар тотонола. 1-се энергоблокта реактор һәм машина (турбина) залдары, 2-се һәм 3-сө энергоблоктарҙа тимер-бетон фундаменттар һалып өлгөрәләр. Был эштә меңәрләгән тонна иң юғары маркалы бетон, арматура ҡулланыла. Төп эштәрҙе махсус ойошторолған БАЭС төҙөлөшө идаралығы алып бара, унда дүрт меңдән ашыу кеше эшләй. Ағиҙел ҡалаһы, ундағы социаль инфраструктура йылдам үҫешә. Станция эргәһендә тимер-бетон төҙөлөш конструкциялары заводы, йылға порты төҙөлә. Порт тураһында айырым әйтергә кәрәк: ул атом реакторҙарының һәм турбиналарҙың, электр генераторҙарының эре тоннажлы, габаритлы корпус деталдәрен транспортлау өсөн тәғәйенләнә. Киләсәктә порт ҡеүәтле крандар менән йыһазландырылырға тейеш була. Порттың йәнә бер мөһим тәғәйенләнеше – Ағиҙел ҡалаһында төҙөләсәк атом машиналары заводын хеҙмәтләндереү. “Атоммаш” заводында шулай уҡ нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәттәре өсөн эре тоннажлы, габаритлы конструкциялар етештереү планлаштырыла.
Барлыҡ был мөһабәт, әммә онотола башлаған проекттар 2002 йылда яңынан ҡарала һәм Рәсәй Атом энергетикаһы министрлығы (Минатом, аҙаҡ “Росатом федераль агентлығы) менән Башҡортостан Хөкүмәте “БАЭС төҙөү ниәте тураһында декларация” ҡабул итә. 2003 йылда “БАЭС төҙөлөшөнә инвестицияларҙы нигеҙләү” документы раҫлана. Унан алдараҡ, 2000 йылда төҙөлгән “Рәсәй Федерацияһы атом энергетикаһының 2050 йылға тиклем үҫеш стратегияһы” документтарында ла БАЭС перспективалы пландарға индерелә. Финанс етешмәү сәбәпле, был пландар үтәлмәй килә. Һуңғы документ – Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Д. Медведев 2016 йылдың 10 авгусында ҡул ҡуйған ҡарар. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем илдә дүрт яңы АЭС сафҡа инергә тейеш: Кострома өлкәһендәге “Центральная” АЭС-ы, Түбәнге Новгород АЭС-ы, Татарстан АЭС-ы һәм Силәбе өлкәһе Озерск ҡалаһындағы Көньяҡ Урал АЭС-ы. БАЭС төҙөлөшө был юлы ла финанс етешмәү сәбәпле кисектерелә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың 6 июлендә Ағиҙелдә булып, АЭС төҙөлөшөнөң яңынан башланыуына иҫәп тотмайынса, ҡаланың альтернатив үҫеш варианттары буйынса эш башларға тәҡдим итеп, “Ҡаланы йәнә 10 йәки хатта 20 йыл буйы бындай билдәһеҙлек хәлендә тотоп булмаясаҡ”, – тип белдерҙе. Иң ауыр хәл, быға әлегә бик үк иғтибар итмәһәләр ҙә, кадрҙар менән бәйле – ҡала уларҙы юғалтып бөтөп килә. АЭС өсөн урта белемле техник кадрҙар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалында, инженер кадрҙары Обнинск атом энергетикаһы институты – “Мәскәү инженер-физик институты” ғилми-тикшеренеү ядро университеты филиалында әҙерләнде. Белгестәр күпләп ситкә китә, ҡалғандары эшкә күрше ҡалаларға йә вахта менән Төмән өлкәһенә йөрөй. Ағиҙелдең үҙендә эш юҡ.
Ҡаланың өс тиҫтә йылға һуҙылған был ауыр хәле лә, халыҡтың күңелендә һаҡланған ышаныстары ла АЭС төҙөлөшө статусына бәйле. Объект “Росэнергоатом” концерны филиалы – “Төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы дирекцияһы” тип исемләнә. “Росэнергоатом” концерны – Рәсәй Федерацияһы атом электр станциялары операторы – “Росатом” дәүләт корпорацияһы структураһы. БАЭС төҙөлөшө буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителмәгән хәлдә ҡала сәнәғәте үҫешенә инвестициялар йәлеп итеү ҙә ҙур проблемаға әйләнә. Төҙөлөш тергеҙелһә, ҡалала АЭС мәнфәғәттәренә өҫтөнлөк биреләсәк, ул башҡа объекттарға, барлыҡ инфраструктураға көслө йоғонто яһаясаҡ. АЭС эшмәкәрлеге 1995 йылдың 21 ноябрендә ҡабул ителгән “Атом энергияһын ҡулланыу тураһында” федераль законы тарафынан регламентлана. Был законы атом объекттары зоналарында байтаҡ сикләү ҡулланыуҙы талап итә. Ағиҙел ҡалаһының перспективалы үҫеш пландарын төҙөгәндә атом объекты факторын, уның хоҡуҡи статусын иҫәпкә алырға кәрәк буласаҡ. Был пландарҙа Ағиҙел йылға йөк портына, суднолар эшләү һәм ремонтлау заводына, атом, нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәттәре өсөн эре тоннажлы конструкциялар заводына һәм башҡа мөһим, республика иҡтисады ҙур мохтажлыҡ кисергән предприятиеларға ла урын табылырға тейеш.