Кисә Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар-2017” исемле халыҡ-ара күргәҙмә эш башланы.Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сараны асып, быйыл Башҡортостан нефте үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын байрам итеүе төбәк өсөн генә түгел, илебеҙ кимәлендә мөһим ваҡиға булыуын билдәләне.
– 1932 йылда Ишембайҙа тәү урынлаштырылған быраулау скважиналары беҙҙең ил тарихында иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән нефтселәр төбәктәге ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексына нигеҙ һалды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөн яҡынайтыуҙа, унан һуң халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә лә ҙур өлөш индерҙе. Барығыҙҙы ла ошо иҫтәлекле юбилей менән ҡотлайым.
Әйткәндәй, сараны уҙғарыу урыны итеп Өфө ҡалаһы осраҡлы һайланманы, сөнки Башҡортостан – күптән нефть химияһы алға киткән төбәктәр исемлегендә. Бөгөн республика “Роснефть” йөҙөндә аңлашып эш итә, башҡа тармаҡтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Һуңғы йылдарҙа республикалағы нефть эшкәртеү комплексы заман менән бергә атлап, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бөгөн был тармаҡҡа һалынған инвестиция күләме арта.
Әлбиттә, бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. Заман технологиялары көндән-көн үҫә һәм үҙгәрә барғанда нефть һәм газ тармағындағы яңылыҡтарҙы бүлешеү, тәжрибә уртаҡлашыу – көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Йыйында Австрия, Германия, Ҡытай, АҠШ, Финляндия, Сербия, Италия, Польша, Көньяҡ Кореянан һәм башҡа илдәрҙән йыйылған белгестәр, ғалимдар, эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, хәл итәһе проблемалар хаҡында фекер алышасаҡ, эшлекле килешеүҙәр буласаҡ.
Күргәҙмә 26 майға тиклем дауам итә.