Төбәктә “Эш башлаусы фермер”, “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптәр малсылыҡ тармағын һайлаһа, Һаҡмар ауылы эшҡыуары Флүр Мырҙаханов йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Туймазы районында үткән семинарҙа ҡатнашып, теплица бизнесы серҙәренә төшөнә, райондың данлыҡлы йәшелсәселәре Латиповтарҙан ҡыяр үҫтереү буйынса төплө кәңәштәр ала. Тыуған яғына дәртләнеп ҡайта ул, күптән күңел түрендә йөрөткән хыялының тормошҡа ашыуына һөйөнә генә.Ауылдың буш торған ырҙын табағы биләмәһен ҡуртымға ала, бында уның ике гектар ере бар, йылға буйынан йәнә 17 гектар урын ала. Киләсәктә унда емеш ағастары ултыртырға хыяллана. “Килер бер көн, ағастарым шау баҡсаға әйләнеп, төрлө емеш-еләк бирер”, — ти әңгәмәсем.
Флүр Зөфәр улы бер миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын файҙаланып, бөтәһе һигеҙ теплица төҙөп ултырта, бының өсөн Магнитогорск ҡалаһының “Росстрой” фирмаһы менән килешеү төҙөй. Заманса материалдан – поликарбонаттан эшләнгән теплицаның икәүһе – өй эргәһендәге баҡсала, ҡалғаны ҡуртымға алынған биләмәлә урынлашҡан. Йорт янындағылары үҫенте ултыртыу өсөн файҙаланыла.
Беҙ барғанда эшселәр ҡыяр үҫентеләрен күсереп ултырта ине. Әйткәндәй, теплицаларҙың һәр береһе үҙенсәлекле ысул менән йылытыла. Мәҫәлән, берәүһендә йылылыҡ түтәл аҫтынан махсус ҡоролма ярҙамында бирелә, икенсеһендә һаламды күпләп түшәп хәл итәләр проблеманы. Ҡайһы бер үҫентеләр тупраҡҡа ултыртылһа, икенселәре махсус тоҡтарҙа үҫәсәк.
Әлегә эшҡыуар ҡыяр үҫтереүҙең бөтә алымдарын һынап ҡарап, киләсәктә иң отошлоһона туҡталырға уйлай. “Беҙҙең тәбиғәт шарттарын Туймазы районыныҡы менән сағыштырып булмай. Шуға күрә һәр деталде төптән уйлап, һауа шарттарын иҫәпкә алып эшләргә кәрәк. Һалам түшәүҙең дә отошло яғы бар, сөнки ул – тәбиғи энергия сығанағы, серегәндә йылылыҡ бүлеп сығара. Икенсенән, серегән һалам — бик яҡшы ашлама ла. Йәйен ҡыяр үҫтереп кенә байып булмаясаҡ әлегә, әммә йыл әйләнәһенә үҫтергәндә, табыш алырға мөмкин. Киләсәккә пландар ҙур: бер теплицаға петрушка, укроп, һуған ултыртырға, икенсеһенә — ҡыяр, помидор. Шул саҡта халыҡты йыл әйләнәһенә үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы йәшелсә менән тәьмин итергә мөмкин”, — тине Флүр Мырҙаханов.
Тиҙҙән баҙарға Баймаҡ ҡыяры сығарылһа, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, һатып алығыҙ, рәхәтләнеп ауыҙ итегеҙ.