“Кукуруз сәйәсәте”н индергән өсөн Хрущев тураһында ниндәй генә фекер йөрөмәне, хатта көләмәстәр уйлап сығарып бөттөләр. Шулай ҙа, ауыл хужалығы белгестәре билдәләүенсә, уның ҡарары дөрөҫ булған, тик технологиялар ғына күҙ уңында тотолмаған. Ни генә тимә, был культураны һөт һәм ит етештереүҙә ҡулланыу отошло – файҙаһы күп.Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһының Һабаш бригадаһы баҫыуына килеп ингәндә, егеттәр кукуруз сәсеп йөрөй ине.
— 60 гектар артта ҡалды инде, тағы 200 гектар сәсәһе бар, — тип эш барышы менән таныштырҙы бригадир Илдус Игебаев, – ғөмүмән, хужалыҡтың 3000 гектар ерендә сәсеү эштәренең 70 проценты тамамланған да инде. Көн ҡоро торһа, уныһын да “һә” тигәнсә башҡарып сығырбыҙ, – бригада етәксеһе бер һауаға, бер сәғәтенә күҙ һалып ала.
Ысынлап та, Рәфил Мәмбәтов, Азамат Йәрмөхәмәтов, Илдар Зарипов, Эдик Алсынбаев кеүек егеттәргә эш сыҙарға оҡшамаған. Шулай уҡ техникаға ла күҙ тейә күрмәһен. Компьютеры ярҙамында орлоҡтоң ер ҡуйынына ингәнен дә, инмәгәнен дә күрһәтеп торған “Kinze” сәскесе, мәҫәлән, күпме эш башҡара!
Ғөмүмән, сәсеү тиҙерәк тамамланһын һәм ауыл эшсәндәренең уңышҡа бағлаған өмөттәре аҡлана ғына күрһен. Мең баш һыйыр малына аҙыҡ мул кәрәк, уңыштың тос булыуы яҡшы. Хәйер, Илдус Минебай улының “Быйылға ашатырға аҙыҡ бар әле, беҙ запас менән эшләйбеҙ. Ҡоролоҡ, башҡа төр ҡыйынлыҡтар килеп сыға ҡалһа тип алдан әҙерләнеп эш итәбеҙ” тигән һүҙҙәре күңелде тынысландырҙы. Ҡайһы бер хужалыҡтарға һабаштарҙан өлгө алыу ҡамасауламаҫ ине.