“Шундай кәйеф тыуҙырырға кәрәк, әйҙә, предприятиелар, тауар етештереүселәр, эшҡыуарҙар үҫешкә, яңы технологияларға инвестициялар йүнәлтеүҙән хәүефләнмәһен, яңы эш урындары асыуҙан, эшләп килгәндәрен яңыртыуҙан ҡурҡмаһын”, — тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, инвестиция климатын яҡшыртыуға арналған Йәмәғәт советы ултырышында сығыш яһап.Баҙар иҡтисады дәүерендә ватан етештереү тармаҡтарының матди базаһы иҫкереүе, технологик яҡтан артта ҡалыуы, предприятиеларҙың ябылыуы, эш урындарының ҡыҫҡартылыуы, әленән-әле көрсөк күренештәренең эҙәрлекләүе һуңғы осорҙа инвестициялар мәсьәләһе менән тығыҙ бәйләнеп, иҡтисади үҫеш өсөн мөһим шарт кеүек ҡабул ителә башланы. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, капиталистик мөнәсәбәттәргә күсеүгә сирек быуат үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, илебеҙҙең үҙенә генә хас үҫеш үҙенсәлектәрен эсенә алған милли иҡтисад өлгөһө юҡ әлегә.
Директив алымдарға ҡоролған өҫҡормаға алмаш табыуға ҡамасаулаған сәбәптәр байтаҡ йыйыла: тарихи-психологик, сәйәси-иҡтисади, милли-социаль... Тәүге сәбәп һәр төрлө башланғысты быуған крепостной хоҡуҡ һәм либерализм идеяларының Рәсәй өсөн әле лә ят булыуына бәйле булһа, икенсеһе мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүгә етди аяҡ салған йоғонтоло даирәләрҙең хәлде ошо килеш һаҡлап ҡалырға тырышыуында күренә. Социаль һәм психологик сәбәптәр иһә батша дәүеренән (мәҫәлән, шәхси башланғысҡа кәртә ҡуйған общиналыҡ) килеп, Совет осоронда киң тамырланған коллективлыҡ кеүек иҫкергән күренештәргә, һүҙ һәм ғәмәл төрлөлөгөнә, ауырлыҡтарҙы бергәләп бөтөрөү урынына һәр кемдең юрғанды үҙенә тартыуына барып тоташа.
“Предприятиеларҙың килеме һигеҙ айҙа 40 процентҡа артҡан, зыян 90 процентҡа кәмегән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Тимәк, аҡса бар”. Эйе, илдә аҡса етерлек, был турала КПРФ рәйесе Геннадий Зюганов 90-сы йылдарҙа уҡ әйтә ине, яңыраҡ ошо фекерҙе Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова ла дөрөҫләне. Киләсәктә йәмғиәткә, шулай уҡ хужаһына ла файҙа килтерәсәк капиталды матди етештереүгә тотонмай, сит илдәргә сығарған, башҡа төрлө юлдар менән туҙҙырған эшҡыуарҙар, бәлки, дөйөм иҡтисади хәлдең яҡшырыуын, ихтыяж һәм һум, банк проценттары менән ни булырын да көтөп ятмайҙыр, сөнки уларҙың һәм башҡаларҙың ҡатнашлығынан тыш социаль-иҡтисади хәлдең яҡшырмаҫын аңлай торғандыр. Сәбәп теләк юҡлыҡта ғына түгел, сәбәптәрҙең состав өлөштәре күберәк (мәҫәлән, милли (коллективлыҡ-психологик) һәм идара органдарының яңғыҙ тырышлығы менән генә хәл ителергә оҡшамаған.
Рәсәйҙә иҡтисад мәсьәләләре менән шөғөлләнгән һәм уға идара иткән тиҫтәләрсә ведомство һәм институттар, йөҙҙәрсә ғалим һ.б. бар, әммә Көнбайыш илдәрендәге кеүек көйлө үҫеш юлына баҫҡан төп тармаҡ юҡ. Барыһын да үҙе көйләргә тейешле баҙар иҡтисады тәрән һөрөлөп, етди эшкәртелгән директив иҡтисад емереклектәрендә замансаһын ҡора алманы, сөнки ул совет кешеһенең ҡаты ҡаршылығына юлыҡты. Шуны инҡар итеү мөмкин түгел: яңы иҡтисадтың “кендек бабайы” Егор Гайдар хаҡлы, бында дәүләт — насар идарасы. Шәхси ҡыҙыҡһыныуға, шәхси яуаплылыҡҡа таянып эш иткән иҡтисадҡа мәжбүр итеүгә ҡоролған дәүләт аппараты, ысынлап та, тик мәжбүрләү алымы менән генә етәкселек итергә һәләтле. Йәмғиәт аңының дәүләткә өҫтөнлөк биреүе лә уларҙың мәнфәғәтен ышаныслы яҡлаған граждандар йәмғиәте институттары булмауға, шәхси инициативаның көсһөҙлөгөнә ҡайтып ҡала, һәм быны һис кенә лә тармаҡты үҫтереүгә стимул тип ҡарап булмай.
Хоҡуҡи дәүләттәрҙә идара органдары иҡтисадты етәкләп йөрөтмәй, инвестициялар йәлеп итеү менән дә шөғөлләнмәй, ә иҡтисад субъекттарының барыһы өсөн дә мотлаҡ уйын ҡағиҙәләре сығара һәм уның үтәлешен генә күҙәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирек быуат эсендә беҙҙә етештереүселәр ошондай дәрәжәгә күтәрелә алманы. Һәр кем өсөн аңлайышлы, үтәлерлек һәм, иң мөһиме, ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ иҡтисад өлгөһө эшләрлек белгестәр күренмәй. Инвестор битарафлыҡ күрһәтә икән, тимәк, шикләнә. Эшһеҙлектең кәмеүе, хеҙмәткә түләүҙең артыуы уның өсөн стимул һаналмай. Закондар сығарыу ғына аҙ, дәүләт уларҙың теүәл үтәлеүен дә тәьмин итергә бурыслы, һәм бының менән бәйле ҡытыршылыҡтар илдә аҙ түгел.
Бер үк мәғлүмәттәр, бер үк проблемалар йылдан-йыл ҡабатланмаһын өсөн, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында (1-се статья) нығытылғанса, федеративлыҡ принцибының ысынбарлыҡҡа әүерелеүе һәм Федерацияның һәр субъектының (әле модаға индерелгәнсә “төбәк” түгел. – М.Ф.) үҙ иҡтисади өлгөһө булыу зарур. Ул өлгөнөң урындағы халыҡтың традицияларын, иҡтисади мөмкинлектәрен иҫәпкә алыуы мотлаҡ. Был миссия, ысынлап та, ауыр сиселешле тигеҙләмәне хәтерләтә, сөнки бер яҡта күнегелгән, байтаҡ традициялары менән фәҡирлеккә төшкән ҡатламдарҙың күңеленә яҡын, әммә күп кенә элементтары онотолған, ата-бабалар ҡорған иҡтисад, икенсе яҡта — донъя цивилизацияһы быуаттар буйы камиллаштырып, яҡшы сифатлы тормошҡа өлгәшкән, ләкин рәсәйҙәр өсөн ят баҙар иҡтисады.
“Лента.ру” сайты иҡтисади көрсөктөң тағы ла һуҙылыу ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйне. Был – хәүефле сигнал, һәм ул “импортҡа алмашҡа” һүҙбәйләнешенән киң ҡоласлы эшмәкәрлеккә күсеүҙе талап итә. Иң элек үҙгәртеп ҡороу йылдарында йыш телгә алынған ”кеше факторы”н иҫкә төшөрөргә кәрәк, сөнки яңы иҡтисадта уға урын табылманы. Бюрократияға таянып алып барылған “күсеү осоро” көткән һөҙөмтәләрҙе бирмәне. Халыҡ массаларын йәлеп итмәй, хоҡуҡи-гражданлыҡ аңын күтәрмәй тороп, алға китешкә, мәҫәлән, байҙарҙың яңы эш урындары асыуға, эшләп килеүселәрен яңыртыуға капитал һалыуына өмөтләнеү шикле.
Хәҙерге административ-территориаль бүленеш, йәғни ауыл ултыраҡтары һәм райондар ғәмәле баҙар иҡтисады үҫеше өсөн шарттар тыуҙырырға һәләтһеҙ. Уҙған сирек быуат ғүмер быны шикләнмәҫлек итеп раҫлай. Баҙар мөнәсәбәттәре нығынһын, Өфөнән ситтәге ҡала-райондарҙа ла ирекле аҡса барлыҡҡа килһен, баш ҡала агломерацияға әүерелмәһен өсөн, хәҙерге ауыл райондарын берләштереп, элекке өйәҙ берәмеген тергеҙергә, ә райондарҙы улыс статусына күсереп, ундағы бюрократияны бер нисә тапҡырға кәметергә кәрәк. Әйткәндәй, был фекерҙе, былтыр булһа кәрәк, “Граждандар башланғысы” комитеты етәксеһе Алексей Кудрин да күтәреп сыҡҡайны, әммә һөҙөмтәһе булманы шикелле. Тимәк, ул “һауа торошо”н билдәләгән органдарҙың яҡлауын тапманы.
“Инвестицияларһыҙ үҫеш булмаясаҡ, — тигәйне Башҡортостан Башлығы. — Яңы төҙөлөштәр, яңы предприятиелар булмаясаҡ. Беҙ республикаға инвестициялар йәлеп итеү өсөн эшләргә бурыслыбыҙ”. Дөрөҫ, үҫешмәгән материя йәшәүҙән мәхрүм ителә бит.