Гөлназ фермермы?16.05.2017
Гөлназ фермермы? Берәү ҙә бүтәнде ҡабатламай – йәмғиәтебеҙҙә һәр кемдең үҙенең урыны бар. Һәр береһе өлгө күрһәтеү, алға әйҙәү ролен үтәй. Мәҫәлән, маяҡ һаналған эшҡыуарҙарҙың да, фермерҙарҙың да төрлөһө осрай. Кемдер сослоғо менән алдырһа, икенселәр уңған булғаны өсөн уңыш ҡаҙана. Улай ғына ла түгел, шулар араһында үҙ эшен асҡан гүзәл заттарға иғтибарым ҙур, һоҡланыуым сикһеҙ. Ысынлап та, киләсәк менән йәшәүселәр бихисап. Тәтешле районының Ҡоҙаш ауылы фермеры Гөлназ ХӘЙРУЛЛИНА үҙенең ҙур булмаған хужалығы һәм эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.
– Төрлө яҡтан һәм оҙаҡ уйланғандан һуң, һарыҡсылыҡ йүнәлешенә тотонорға ҡарар иттем. Хәйер, беҙҙең яҡ бының өсөн барлыҡ уңайлыҡҡа эйә. Туғай-болонлоҡтар, йылға, бәләкәй генә тауҙар – барыһы ла ыңғай килеп тора. Улай ғына ла түгел, ошо уйҙарымды ту­лыһынса асып һалған бизнес-планымды район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәгенә тапшырыуға күп тә уҙманы, “үттең” тип һөйөн­сөләнеләр. Ысынлап та, район хакимиәтенең ярҙамын тоябыҙ – 262 мең һум күләмендә аҡса бүленде. Форсаттан файҙаланып, ваҡытында булышлыҡ иткәне өсөн Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бына бит, теләк кенә булһын, һәр кемгә ярҙам итергә әҙерҙәр.
Әҙәм балаһын маҡсат алға әйҙәй – фермерлыҡҡа төрлө юлдар аша килдем, әммә алдыңа ниәт ҡуйғанда, уны тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкин. Шуны алдан билдәләр инем, үҫемлекселек булһынмы, малсылыҡ тиһеңме, шулай уҡ йәшелсәселек тармағын башлаһаң да, уларҙы йылдам алып барыуға республикабыҙҙа һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бына шуны күҙ уңында тотоп, ауыл хужалығы буйынса эшмәкәрлегебеҙҙе йәйелдерҙек. “Беҙ батырсылыҡ итмәгәндә, һеҙ эште йәһәт кенә башланығыҙ, әле барыһы ла шыма ғына бара. Уның сере нимәлә?” – тип минән дә, бүтән туғандарымдан да йыш һорайҙар. Иң беренсе тәүәккәллекте һәм егәрлелекте күңелегеҙгә һалығыҙ, тим һәммәһенә лә.
Барыһы ла тиҫтәгә яҡын һарыҡтан башланды. Фекерҙәштәрем һәр саҡ хуплап торғас, дәртләнеп тотондом. Өҫтәүенә, үҙебеҙҙең һарыҡтарҙы ла ҡушҡас, бигерәк күңелле булып китте. Итте һатыуға сығарабыҙ, яйлап һарыҡтарҙы арттырҙыҡ, уларҙы 100 башҡа еткерҙек, ләкин был беҙҙең өсөн сик түгел. Бөгөн бәләкәй хужалығымды “роман” тоҡомло һарыҡтар йәмләндерә, шаяртып әйткәндә, бар байлығым шул. Эйе, малды ишәйтеү – әле төп ниәтебеҙ. Бер һарыҡ өс-биште бәрәсләй, бигерәк үрсемлеләр.
Бынан тыш, 92 гектар майҙанға иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән сәстек. Үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла бер юлы алып барыу отошло, минеңсә. Бесәнде артығы менән әҙерләгәс, ҡышты тыныс үткәрҙек.
Ысынында, беренсенән, эшләһәң, эш ҡарышмай, икенсенән, етәкселек ижтиһад һалғандарҙы күрә һәм күтәрә. Ул аҡсаны нимәгә тотондоҡмо? Яуап бирәм, тиненә ҡәҙәр кәрәк-яраҡ алдыҡ. Был беҙгә ҡанат ҡуя, алдағы көндәргә маҡсаттар билдәләгәндә, этәргес көс бирә. Ғөмүмән, киләсәктә ваҡ малды үрсетеүгә баҫым яһарға уйлайбыҙ.
Ошо тиклем хужалыҡты алып барыу еңелме? Юҡтыр. Ҡайҙан эшсе көс табайым тип баш ватмайбыҙ. Шуға күрә бер нисә кешене эшкә алдыҡ – тырыштарға эш урыны булдырҙыҡ. Идарасы Финус Хәйруллинға һүҙ әйтәһе түгел, бынан тыш, өсәү ғаилә подрядын һайланы.


Вернуться назад