Ышаныслы терәк, ярҙамсылдар16.05.2017
Ышаныслы терәк, ярҙамсылдар Маҡан ауылы фермеры Илдар Иҫәнгилдиндың машина-трактор паркы үҙе бер колхозды хәтерләтә. Кемдер сәскесте ремонтлай, икенселәр трактор менән булыша. 20-нән ашыу техника берәмеге булған фермерға яҙғы сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрен атҡарыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырмай, сөнки барыһын алдан хәстәрләп, йүнәтеп, әҙерләп ҡуйыуҙы матур ғәҙәткә индергән ул. Шулай уҡ Айтуған менән Айбулат улдарының бергә эшләүе, һәр эште кәңәшләшеп башҡарыуы – эшҡыуар өсөн оло терәк. “Икеһе лә эшкә әрһеҙ, техниканы яҡшы белә, тиҫтерҙәре кеүек “оҙон аҡса” эҙләп ситкә китмәне, ауылда ҡалыуҙарына һөйөнәм. Юлымды дауам итерлек ышаныслы терәктәрем бар”, – ти Илдар Теүәлбай улы.

Малсылыҡ менән үҫемлекселекте оҫта алып барған фермер ун кешегә эш урыны булдырған, миҙгелле эштәргә ауылдаштарын йәлеп итә. Дүртенсе класта белем алған Элина ҡыҙы өсөн йорто янына үҙ ҡулдары менән балалар майҙансығы эшләгән. Атаһы яһап биргән бәүелсәктә әхирәттәре менән Элина уйнап рәхәтләнә, уйын майҙансығы — кескәйҙәрҙең иң яратҡан урыны. “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы нигеҙендә былтыр эшҡыуар 1 миллион 800 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был аҡсаға 48 баш мал һатып ала.
Әрме сафында Монголияла хеҙмәт иткән сағында геройым Башҡортостандың Стәрлебаш районына уңыш йыйыу өсөн командировкаға ебәрелә. Дәртле, сая һалдат, бирелгән норманы тултырып, бер-ике сәғәткә генә тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнә. Шул ваҡыттан бирле Илдар Иҫәнгилдин өсөн баҫыуҙарҙа башаҡтар тулҡынланыуы әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бер хәтирәгә әйләнә. Бәлки, шуның өсөн дә һалдат шинелен һалғандан бирле тыуған яҡтарында ер эше менән булышалыр.
Проблемаларға килгәндә, улар көндәлек кенә, тип йылмая фермер. “Иң мөһиме – беҙгә аяҡ салмаһындар, ҡалғанын үҙебеҙ булдырырбыҙ!” Әлегә уңған фермер 1 мең 400 гектар майҙанда иген культураларын сәсеүгә төшкән.


Вернуться назад