Инвестицион мөхит яҡшыра16.05.2017
Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса Йәмәғәт советы ултырышы уҙҙы, уны республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
– Республикабыҙҙа инвестицион эшмәкәрлек ярайһы үҫешкән, былтырғы һөҙөмтәләр барығыҙға ла таныш, – тине Рөстәм Зәки улы. – Дәүләт-шәхси партнерлыҡ мәсьәләләре тәңгәлендә Рәсәйҙә лидер һаналабыҙ. Йәмәғәт баһалауы буйынса инвестицион мөхиттең күрһәткестәре яҡшы. Шулай булғас, ижтиһад һалып эшләргә генә кәрәк. Килеп сыҡмаған бер нәмә лә булмай. Шуға инандыҡ, әгәр ҙә быға берҙәм һәм әүҙем тотонһаҡ, әлбиттә, һөҙөмтәләр һәйбәтләнәсәк.
Ысынлап та, Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә, һуңғы бер нисә йылды ғына алып ҡарағанда, был бик асыҡ сағыла. Артабан был юҫыҡта ниҙәр эшләнә, ниндәй проблемалар бар, кесе эшҡыуарлыҡ юғары даирәләрҙән нимә көтә? Республика етәксеһе ошолар тураһында фекер алышырға саҡырҙы.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, властың бөтә баҫҡыстарында ла ошо тәңгәлдә эштәрҙе һөҙөмтәлерәк ойоштороу мөһим. Улар тарафынан кесе эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелә, тик шуныһы, муниципалитеттарҙа ла бындай уй-ниәттәр уңышлы тормошҡа ашырылһа ине!
Белеүебеҙсә, былтыр Күмертауҙа һәм Бәләбәйҙә өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләре төҙөлдө. Үҙ сиратында был ҡалаларҙа инвесторҙар менән эшлекле осрашыуҙар ойошторолған. Республика Башлығы күсмә ултырышты Бәләбәйҙә йәки Күмертауҙа үткәреү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләре республикабыҙ мәнфәғәтенә эшләргә тейеш, беҙ унда инвесторҙар менән бәйләнештәрҙе нығытыу алымын бөтә Башҡортостанға таратырға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Иглин районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов иһә урында инвестицион мөхит йәһәтенән тормошҡа ашырылған эштәр менән таныштырҙы.