Ел ағас һелкенгәнгә иҫә икән...09.05.2017
Ойошмалар эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм реестры (ҡыҫҡаса – ЕФРС, Федресурс) 2016 йыл һөҙөмтәләрен бәйән итте. Федераль хеҙмәт белгестәре реаль етештереү секторында эшләгән компаниялар һәм предприятиелар балансы дефициты, уҙған 2015 йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡырға – 133 миллиард һумдан 360 миллиардҡаса тиклем артыуы тураһында белдерә. Бер йыл эсендә 12 500 ойошма банкрот тип танылған, уларҙың иң ҙур өлөшө сауҙа өлкәһенә, төҙөлөшкә һәм коммерция хеҙмәтләндереүе секторына тура килә.
Сауҙа эшендә иң тәүҙә ваҡлап һатыусылар бөлгөнлөккә төшә. Сәбәбе – халыҡтың һатып алыу һәләтлеге – килемдәре кәмеүҙә. Рәсәй граждандары былтыр, тауар күләмендә иҫәпләгәндә, аҙыҡ-түлекте 13 процентҡа, сәнәғәт тауарҙарын 16 процентҡа кәмерәк алған. Тауар күләме кәмеүен хаҡтарҙы күтәреү генә ҡаплай алмай һәм берәмләп һатыусылар күпләп бөлгөнлөккә төшә.
Төҙөлөштә 92 мең ойошма, нигеҙҙә, ваҡ компаниялар банкрот тип танылған. Бурыстар бер йылда 17,5 процентҡа артып, 55,1 миллиард һум тәшкил иткән.
Уҙған йылды хәрби сәнәғәт комплексы һәм сеймал ресурстары экспортлаған дәүләт корпорациялары ғына сағыштырмаса уңыш­лы тамамлай алған: тәүгеләренә һуңғы йылдарҙа яҡшы финансланған дәүләт заказдары күпкә арттырылһа, икенселәренә доллар һәм евро ҡиммәтләнеүе ярҙам итте.
2016 йыл дауамында Үҙәк банк Рәсәй валютаһы курсын нығытыуға күп көс һәм аҡса түкте, ә хәҙер килеп көслө милли валюта, был ниндәй генә сәйер парадокс булып кү­ренмәһен, ил етәкселегенә йоғонтоһо сама­һыҙ көсәйгән нефть һәм газ экспортерҙары, улар тирәһендә тупланған лобби өсөн уңай­һыҙ була башланы. Доллар курсы былтырғы йыл башындағы максимумда 83, 5913 һумға барып етһә, ошо апрелдәге минимумда 55,8940 һумға тиклем төштө.
Дөйөм алғанда, һумдың нығыныуы сәнә­ғәттә структура реформаһы үткәреү, яңыртып ҡороу, инновациялар индереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Әммә Рәсәй бюджетының етешһеҙлеге шунда: уның сығым өлөшө милли валютала – һумдарҙа башҡарылһа, килем өлөшөнөң 43 процентын сеймал экспортынан алынған доллар һәм евро тәшкил итә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина, элекке рәйес Виктор Геращенконың һәм башҡа абруйлы белгес­тәрҙең ҡәтғи киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, 2014 йылдың ноябрендә милли валютаның ирекле курсын иғлан итте. Уға тиклем һум курсы сикләнгән валюта коридоры эсендә булды. Ләкин ҡаҙнаһы сеймал экспортына ныҡ бәйле ил ирекле милли валюта курсын оҙаҡ ваҡыт юғары кимәлдә тота алмай.
Рәсәйҙең барлыҡ резервтары долларҙа һәм еврола һаҡлана, экспорт операциялары ла шул уҡ валютала башҡарыла. Ирекле курс шарттарында һумдың көсәйеүе сит ил валютаһындағы килемдәрҙе юғалтыуға килтерә башлаясаҡ. Был турала “Внешэкономбанк” идараһы рәйесе урынбаҫары Ан­дрей Клепач: “Рәсәй валютаһы курсының долларға ҡарата бер һумға көсәйеүе федераль бюджеттың йылына 160 миллиард доллар юғалтыуына килтерә”, – тип белдерергә ашыҡты. Был фараз әкиәттәге бәләкәй турғай балаһының “ел ағас һелкенгәнгә иҫә…” тип аңлатыуына оҡшаш, һәм уға иғтибар итмәҫкә лә булыр ине, әммә нефть һәм газ экспор­тер­ҙары ил етәкселеге аша Үҙәк банк идара­һына баҫымды көсәйтеп, һумдарға яһалма девальвация үткәреүҙе талап итә башланы.
Эксперттарҙың яһалма девальвация идея­һына ҡаршы өлөшө һумдың долларға ҡарата курсын юғары кимәлдә, яҡынса 70 һум тирә­һендә нығытып, һум курсына бәйле барлыҡ спекуляцияларҙы туҡтатыуҙы талап итә. Мәҫәлән, элекке финанс министры Алексей Кудрин 21 апрелдә Красноярск ҡалаһында үткән иҡтисади форумда: “Иҡтисадтағы дәүләт идаралығы – хаос хәлендә, һәм ул системаны кисектермәйенсә үҙгәртеү талап ителә. Бөгөнгө бер яҡлы иҡтисад структура­һында минераль ресурстар экспортына бәйле тармаҡтар ғына үҫешә. Ил иҡтисадын дәүләт корпорациялары ҡыҫымынан ҡотҡарыу талап ителә. Бөгөн дәүләт корпорациялары хатта финанс өлкәһенә лә үтеп инә һәм унда ҙур өлөшкә эйә. Финанс өлкәһендә дәүләт корпорациялары бөтөнләй булырға тейеш түгел. Етештереү тармаҡтарын үҫтереү өлкәһендә уларҙың мотивациялары, стимулдары бөтөн­ләй икенсе төрлө, шул сәбәпле улар инновациялар, яңыртыу өлкәһенә битараф һәм был йүнәлештә бик һүлпән эш итә. Дәүләт корпорацияларының финансҡа һәм башҡа тармаҡтарға йоғонтоһо ныҡ кәметелергә тейеш…” – тип белдерҙе.
Был сығышында элекке финанс министры, сеймал олигархтарының хатта милли валюта курсын үҙ мәнфәғәттәрендә теләгәнсә үҙгәр­тергә ынтылыуына баҫым яһап, Үҙәк банк етәкселегенә лә етди киҫәтеү менән мөрәжә­ғәт итә. Һум курсын яһалма девальвация аша түбән төшөрөү инвестицияларға ҙур зыян килтерәсәк. Ә оҙайлы инвестицияларға һалынған ҙур аҡса массаһы инфляцияға ҡаршы көслө сара ролен үтәйәсәк. Ләкин был резервты уңышлы ҡулланыу өсөн етди, ныҡлап уйланылған иҡтисади стратегия, коррупциянан арыныу, милли валютаны көсәйтеү талап ителә.


Вернуться назад