Бурысҡа аҡса. 800 процент менән09.05.2017
Бурысҡа аҡса. 800 процент менән Президент Владимир Путин Дәүләт Советы Президиумының Бөйөк Новгород ҡалаһында уҙғарылған һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау системаһын камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты. Ил етәксеһе был йүнәлештә, айырыуса микрофинанслау ойошмалары эшмәкәрлегендә граждандарҙың хоҡуҡтары закон тарафынан тейешенсә яҡланмауын, ә эшҡыуарҙар яғынан хоҡуҡ боҙоуҙар артыуын белдерҙе. Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина хоҡуҡи базаны – 2010 йылдың 2 июлендә ҡабул ителгән “Микрофинанслау эшмәкәрлеге һәм микрофинанслау ойошмалары тураһындағы” 151-се федераль законды камиллаштырыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индерҙе.
Унан алда, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Кирилл Дәүләт Думаһында сығыш яһап, илдә микрофинанслау ойошмалары (МФО) эшмәкәрлеген кисекмәҫтән тулыһынса туҡтатыу, ауыр финанс хәлендә ҡалған аҙ килемле граждандар өсөн махсус банктар асыу мәсьәләһен күтәрҙе һәм “…Был ғәмәл – халыҡты йыртҡыстарса талауҙың һуңғы сиккә еткән иң әх­лаҡһыҙ күренеше. Бындай эшҡыуар­ҙар үҙҙәренең сикһеҙ ҡомһоҙлоғо менән йәмғиәтебеҙҙәге ғәҙеллек идея­һы нигеҙҙәрен тарҡата. Микрофинанслау ойошмалары ауыр матди хәлгә юлыҡҡан кешеләрҙе тағы ла ауы­ры­раҡ шарттарға ҡуя. Йыш ҡына займ­дарҙы алкоголизмдан, наркоманиянан яфаланған меҫкен кешеләргә биреп, уларҙың ғаиләләрен ҙур бурыс­тарға батыралар. Дәүләт Думаһын был өлкә­ләге финанс спекулянттары эшмәкәр­леген закон аша сикләргә саҡырам…” – тип һүҙҙәрен өндәү менән тамамланы.

Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин Патриарх Кириллдың мөрә­жәғәтен тулыһынса яҡлауы тураһында бел­дерҙе. Айырым депутаттар феке­ренсә, 2016 йылдың 3 июлендә ҡабул ителгән, быйылғы 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингән яңы, 230-сы федераль закон аша элекке, 151-се федераль законға төҙәтмәләр индереү генә граждандар­ҙың хоҡуҡтары яҡланыуын гарантиялай алмай. Илдә МФО селтәрҙәре йылдам үҫешә, ҙур ҡалаларҙа уларҙың офистарын хәҙер һәр транспорт туҡта­лы­шында тиерлек күрергә мөм­кин. Ана­ли­тиктар фекеренсә, МФО селтәр­ҙәре, берләшеп, тотош илде ба­ҫып ал­ған ҙур хәүефкә әйләнеп бара. Улар­ҙың коллектор агентлыҡ­тары менән берләшеүе, һуңғылары­ның бихисап енәйәттәре, клиенттарҙы янау, шантаж, көс ҡулланыу аша ми­лек­һеҙ, хат­та тор­лаҡһыҙ ҡалдырып, һуң­ғы сиктә суицид хәленә еткереүҙәре граждан­дарҙа көслө протест тойғоһо уята, власть структураларына ышанысты кәметә.
2016 йыл аҙағында коллек­торҙар­ҙың Мәскәүҙә ике полиция хеҙмәткәрен үлтереүенән, Чечен Республикаһында теркәлгән коллектор агентлығы вәкил­дәренең Санкт-Петербургтағы һәм Мәскәүҙәге енәйәттәренән, Ульяновск ҡалаһында бер коллекторҙың йорт тәҙрәһенә “Молотов коктейле” ташла­ғанынан сыҡҡан янғында ике йәшлек бала ауыр тән йәрәхәттәре алғандан һуң, Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин был етди мәсьәләне шәхси күҙәтеүгә алыуы тураһында белдерҙе. Кемерово ҡалаһында бер төркөм шахтерҙар йыйылып, МФО офисын туҙҙырырға йы­йын­ғас, губернатор Аман Тулеев өлкә­лә коллектор эшмәкәрлегенең тыйылыуы тураһында белдереп, ҙурға киткән низағты туҡтата алды.
Был осраҡтарҙа бәләнең башы коллектор агентлыҡтарында түгел. Крими­налдың асылы – клиент бурыстарын ҡайтарыуға коллекторҙарҙы йәлеп иткән МФО структураларында. Коллек­торҙарға айырым банктар ҙа мөрә­жәғәт иткәне билдәле. Банктар проб­лемалы кредит бурыстарын коллектор ойошмаларына һатып ебәрә. Кол­лек­торҙар ҡулына эләккән клиенттың тормошо артабан ысын тамуҡҡа әйләнә.
МФО структураларындағы бәйһеҙ­лек­тең сәбәбе – уларҙағы процент ставкаһы закон тарафынан ныҡлап сик­ләнмәүҙә. Был күрһәткес уртаса 800 процент тәшкил итә. Киров өлкәһе прокуратураһы әлеге көндә ставкаһын бер ниндәй самаһыҙ 2379 процент ки­мәлендә билдәләгән МФО эше ме­нән шөғөлләнә. Бындай хәлдең булыуы бөтөнләй мөмкин түгел һымаҡ, әммә ысын.
Үҙәк банк идараһы рәйесе Э. Нә­биуллина фекеренсә, МФО структураларын бөтөнләй тыйыу мөмкин түгел, сөнки ул саҡта потенциаль клиенттар легаль булмаған структура­ларға мөрәжәғәт итәсәк, ләкин ундай кредиторҙар бөгөн дә бик иркен эш итә – уларҙың иғландарын ҡала урамдарында аҙым һайын, һәр бағанала күрергә мөмкин.
Үҙәк банк идараһы рәйесе урын­ба­ҫары С. Швецов МФО структураларына банк статусы биреү яҡлы – ул саҡта, йәнәһе, МФО банк системаһы эшен регламентлаған закондар ниге­ҙендә генә эшләйәсәк. Әммә МФО структуралары бөгөнгө самаһыҙ 800 процентлы ставка менән генә эшләп килә, ставкаларҙы банк системаһы­ныҡына тиңләү менән улар юҡҡа сыға­саҡ. МФО аша криминаль сығышлы ҙур аҡса массаһы легалләштерелеүе мөмкин, шул сәбәпле лә уларҙы банк системаһына күсереү хата булыр ине. Банк системаһына криминаль эле­мент­тарҙың үтеп инеүе үҙе үк ҙур хәүеф булып тора.
Микрофинанслау ойошмаларына граждандарҙың ни бары бер проценты ғына мөрәжәғәт итә, һәм уларҙың эш­мә­кәрлеген туҡтатыу йәмғиәтебеҙ өсөн файҙаға ғына буласаҡ. Иң мөһиме – МФО структураларына бәйле социаль көсөргәнешлек кәмейәсәк. Ә микрофи­нанслау функцияларын, цивилизациялы илдәрҙәге кеүек, уларҙы ҡыҙыҡһын­дырырлыҡ шарттар тәҡдим итеп, эре банктарға тапшырыу урынлы булыр.


Вернуться назад