Һүнгән йондоҙ яҡтыһы ғына түгел09.05.2017
Һүнгән йондоҙ яҡтыһы ғына түгел Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко Рәсәй инновациялы төбәктәре ассоциацияһына (АИРР) ингән 12 федерация субъекты етәкселәре менән ойошторған осрашыуҙа ҡатнашҡайны. Унда төрлө мәсьәләләр араһында Президент В. Путин ғинуар айында раҫлаған “Дәүләт төбәк сәйәсәте нигеҙҙәре” документы ла тикшерелде. Ул ассоциацияға ингән һәм инновациялар өлкәһендә лидер иҫәпләнгән төбәктәр алдында бик етди маҡсаттар ҡуя. Улар яҡын киләсәктә инновациялы үҫеш йүнәлештәрен билдәләгән абруйлы эксперт майҙансығына әйләнергә тейеш. Инновациялы төбәктәр рейтингында Башҡортостан Республикаһы етенсе урынды биләй.
2010 йылда Томск ҡалаһында уҙған ХIII Рәсәй инновация форумы барышында ойошторолған ассо­циа­цияның төп идара органы – АИРР Советы. Совет рәйесе вази­фаһын Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов башҡара.
АИРР Советы төбәктәрҙә эре институциональ структуралар – кластер системалары ойошто­роуҙы төп маҡсаттарҙың береһе тип иҫәпләй. Уларҙы төҙөүҙә инициатор һәм лидер тип Һамар өлкәһе иҫәпләнә. Кластер систе­маһы айырым сәнәғәт тармағына ҡараған барлыҡ предприятие­ларҙы, ғилми-тикшеренеү институттарын, юғары уҡыу йорттарын яңы иҡтисади шарттарҙа берләш­тереүҙе һәм һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн тамам юҡҡа сығарылған элекке тармаҡ министрлыҡтарының иң мөһим функцияларын айырым төбәктә булһа ла дауам итеү күҙ уңында тотола. Һамарҙа ойошто­ролған авиа-йыһан клас­теры илдәге тәүге шундай структура булды.
2007 йылда тәҡдим ителгән идеяның авторҙары – Һамар өлкә­һенең иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм сауҙа министры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ғәбибулла Хасаев һәм өлкә губернаторы, шулай уҡ иҡтисад фәндәре докторы, профессор Владимир Артяков. Был ике шәхесте төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән махсус структура идеяһы авторҙары тип күрһәтергә мөмкин.
Илдәге тәүге ундай структура Һамар өлкәһе үҫеш корпорацияһы була. Оҡшаш структуралар – клас­тер системалары һәм үҫеш корпорациялары төҙөүгә оҙаҡламай Татарстан менән Түбәнге Новгород өлкәһе лә ҡушыла. Был ике төбәк идеяны үҙҙәрендәге шарт­тарға яраҡлаштырып ҡуллана. Федераль үҙәк урындағы инициативаны, лидерҙарҙың тәжрибәһен ил күләмендә ҡулланыуҙа әлегә тейешле әүҙемлек күрһәтмәй.
27 – 28 февралдә Сочи ҡала­һында үткән ХVI Рәсәй иҡтисади форумына “Рәсәй төбәктәренә инвестициялар: төбәктәр сәйәсәте­нең өҫтөнлөклө йүнәлештәре” исеме бирелһә лә, унда ҡаралған күпселек мәсьәләләрҙең сиселеше федераль кимәлдәге хәлдәргә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш концепцияһының (Стратегия -2020) инновациялы тармаҡтарға ҡағылышлы пункт­тары үтәлеше был форумда ла иғтибар үҙәгендә булды. Был документҡа ярашлы, 2020 йылға инновациялы продукция тулайым эске продукттың (ВВП) 35 процентына еткерелергә тейеш, әммә әлегә күрһәткес туғыҙ процент ҡына тәшкил итә, һәм был йүнәлештә етди үҫеш күҙә­телмәй. Концепцияның этаптары, һәр этапты финанслау параметр­ҙары аныҡ билдәләнмәгән. Бизнес структураларына иҫәп тотоу ҙа әле­гә үҙен аҡламай.
Рәсәй Хөкү­мәте Рәйесе урын­баҫары Ольга Голодец фекеренсә, эш биреүсе­ләр әүәлгесә арзан эш көсөнә иҫәп тота, ә был хәл юғары техноло­гияларҙың етештереү тармаҡ­тарына үтеүен тотҡарлай. “Стратегия-2020” концепцияһына ярашлы, сәнәғәттә хеҙмәт етеш­тереү­сәнлеген уртаса 40 процент­ҡа арттырыу планлаштырыла, ләкин быға юғары техноло­гияларға таянып ҡына өлгәшергә мөмкин. Яңы, инновациялы технологиялар ниге­ҙендә реаль фән өлкәләре ятҡаны бәхәсһеҙ, әммә баҙар иҡтисады шарттарында фән ҡаҙаныштары фәҡәт тауар – интеллектуаль милек рәүешендә формалаша һәм тауар сифатында ғына тәҡдим ителә. Стратегияла был фактор ҙа иҫәпкә алынмай.
Беҙҙә был йүнәлештә хәлдәр ниндәй кимәлдә? Техник идея, фәнни асыш сәнәғәттә ҡулланыуға яраҡлы технология, ноу-хау кимә­ленә етеү өсөн публикация йәки патент рәүешендә теркәлергә тейеш. Мәҫәлән, 2015 йылда Рәсәй Федерацияһы теркәлгән патенттар һаны буйынса донъяла етенсе урында була:

1.Ҡытай – 1100000
2. АҠШ – 889000
3. Япония – 318000
4. Көньяҡ Корея – 213000
5. Германия – 66 000
6. Һиндостан – 46 000
7. Рәсәй Федерацияһы – 45 000

Белгестәр фекеренсә, Рәсәй, ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, интеллектуаль капитал йәһәтенән һаман да алғы рәттәрҙә тора, әммә беҙҙә интеллектуаль милекте һаҡлау кимәле бик түбән – был күрһәткес буйынса ил донъя рейтингында 88-се урынды биләй.
Патент эше торошо туранан-тура фәнде финанслауға бәйле. Донъя фәнен финанслауҙа АҠШ өлөшө 35 процент тәшкил итә, артабан ЕС илдәренең өлөшө – 24 процент, уларҙан ҡала Япония килә – 13 процент, Ҡытай – 11 про­цент, Рәсәй Федерацияһы – ни бары 2,2 процент.
Интеллектуаль милекте һаҡлау, патент эше торошо беҙҙә совет осо­рондағы шарттарға ла бәйле. Советтар Союзында күпселек ҡим­мәтле технологиялар хәрби сәнә­ғәт комплексында, “ябыҡ” пред­при­ятиеларҙа тупланып, патент аша теркәл­мәне. Интеллектуаль милек ҡиммәтле тауар сифатында баһаланманы һәм уның ҡәҙере булманы.
СССР тарҡалып, дәүләт предприятиелары хосусилаштырыла башлағас, уларҙа тупланған һәм хужаһыҙ ҡалған технологиялар күпләп юғалтыла. Интеллектуаль милектең бер өлөшө ситкә сығары­ла. Мәҫәлән, АҠШ венчур компаниялары уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә молекуляр физика (хәҙер был өлкә “нанотехнологиялар” тип атала) буйынса өс меңдән ашыу патент һатып ала, шул уҡ осорҙа Рәсәйҙең үҙендә ни бары 126 патент теркә­лә. Һанай китһәң, күп тармаҡтарҙа оҡшаш хәл күҙәтелә. Әгәр яҡын киләсәктә ул технологиялар буйынса продукция етештереү талап ителһә, потенциаль инвестор иң тәүҙә законлы патент хужаһына мөрәжәғәт итәсәк.
Беҙҙә әлегә был өлкәлә ныҡлы закондар юҡ һәм наҙанлыҡ хөкөм һөрә, шул сәбәпле күп технологиялар, мәҫәлән, шул уҡ АҠШ-та теркәлеүе ихтимал. Патенттарҙың яңы хужаһы уларҙы тәүҙә, ҙур өҫ­тәмә хаҡ ҡушып, ҡулланыуға тулы­һынса әҙер ноу-хау, лицензия рәүе­шендә тәҡдим итәсәк, унан үҙендә генә етештерелгән ҡора­малдарҙы, хеҙмәтләндереүҙе һ.б. көсләп тағасаҡ.
Был осраҡта Томас Эдисон менән булған хәл бик фәһемле. Электр лампаһын уйлап сығарған Эдисон уны патент аша теркәтеп тормай, ә аҙаҡтан үҙенә патентты ҡиммәт хаҡҡа Канада граждандары Мэтью Эванс менән Генри Вудвордтан һатып алырға тура килә – закон, әлбиттә, патент алып өл­гөр­гән ошо сос кешеләрҙе яҡлай. Был яҡтан баһалағанда, беҙҙең бөгөнгө белгестәр алыҫ 1879 йылда уҡ шундай ауыр хәлгә юлыҡҡан Эдисондан ныҡ айырылмай.
Техник прогрестың ватан именлеге йәһәтенән айырыуса мөһим йүнәлеш­тәрендә лидер, хатта монополист позицияларын һаҡлап ҡалыу өсөн дәүләт патент сәйәсәте өлкәһендә әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Мәҫәлән, бөгөнгө ауыр иҡти­сади хәлгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы авиа-йыһан һәм атом технологиялары өлкәһендә АҠШ менән йәнәшә донъя лидеры булып ҡала. ХХI быуат дауамында ла ошо ике тармаҡ иң перспективалы буласағы шикһеҙ, әммә нәҡ был өлкәләрҙә Рәсәй кадрҙарҙы айырыуса күпләп юғалта. 1991 йыл менән сағыштырғанда, улар­ҙың һаны 60 процентҡа кәмегән.
Теоретик һәм эксперименталь физика йүнәлештәрендә эшләгән ғалимдарҙың 50 проценты, академик кимәлдәге математиктарҙың 80 проценты сит илгә киткән. Штатында юғары класлы 80 ғилми хеҙмәткәр иҫәпләнгән Л.Д. Ландау исемендәге Теоретик физика инс­титутынан 50 ғалим (шул иҫәптән 30 профессор) Көнбайышҡа юл тотҡас, институттың элекке директоры академик Исаак Халатников фәндең илдәге бөгөнгө хә­лен, әсенеп, “һүнгән йондоҙ яҡ­тыһы кеүек кенә” тип баһалай.
Рәсәй Федерацияһы йыл һайын 350 меңгә яҡын юғары белемле белгесте юғалта. Был ауыр хәл ил­гә ифрат ҙур матди зыян кил­терә. 90-сы йылдарҙа Көнбайыш илдәре Рәсәйҙән килгән белгес­тәрҙе үҙҙәрендә ҡабул итеү менән сикләнһә, һуңғы йылдарҙа, мәҫә­лән, АҠШ һәм ЕС компаниялары Мәскәүҙә үҙәктәрен аса башланы. Мәскәүҙең үҙәгендә, Гәзит тыҡры­ғында “Боинг” компанияһының конс­труктор үҙәге (КЦ “Боинг”) ҙур офис асты. Бөгөн унда 1200 инженер-конструктор “Боинг-787” самолеты конструкцияһы менән, шөғөлләнә, элегерәк сығарылған “Боинг – 777, 767, 747, 737 самолеттарын яңыртып ҡороу буйынса ла ҙур заказдар алынған. Уның кол­лективының нигеҙен Мәскәүҙә­ге “МИГ” берекмәһе һәм С.В. Ильюшин исемендәге (“ИЛ”) авиация комплексының юғары класлы конструк­торҙары – нигеҙҙә, Мәскәү авиация институтында уҡыған белгестәр тәшкил итә (“МИГ” яңы­раҡ биш мең хеҙмәткәрен ҡыҫҡарт­ты, “ИЛ”да ла хәлдәр шәптән түгел).
“Боинг” компанияһы “Сколково” инновация үҙәге биләмәһендә лә 2016 йылда Фәнни-техник үҙәк (НТЦ “Боинг”) һәм Халыҡ-ара авиация академияһы асты. Тәүгеһенең белгестәре авиация технологиялары өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барһа, академияла йыл һайын “Боинг” самолеттарына бер мең пилот һәм 1,1 мең авиаинженер – сервис хеҙмәткәре әҙерләнә­сәк. “Боинг” үҙәктәре инженерҙары фирманың Сиэтл ҡалаһын­дағы (Такома һәм Эверетт юлдаш ҡала­лары) төп офистарында һәм заводтарында стажировка үтә, байтағы унда тороп ҡала.
“Эйрбас” Европа аэро-йыһан концерны ла Мәскәүҙә “Икар” инженер үҙәге (ИЦ “Икар”) ойоштороп, эшкә тәүге 200 инженер-конструкторҙы ҡабул иткән. Әлбит­тә, улар бөтәһе лә – Мәскәү пред­прия­тиеларының эшһеҙ ҡалған белгестәре.
Космонавтика буйынса белгес­тәр АҠШ-тың Хьюстон ҡалаһында күпләп төпләнә. Ундағы төп предприятие – Линдон Джонсон исе­мен­дәге астронавтика үҙәге. Хьюс­тонда рус телле 30 мең яҡта­шыбыҙ йәшәй.
Электроника белгестәре Сан-Францис­ко ҡалаһы эргәһендәге “Кремний үҙәне” предприятиеларында эш таба. Унда йәнә 70 мең самаһы яҡташыбыҙ төпләнгән.
“Боинг”тың Европалағы төп конкуренты “Эйрбас” концернының Тулуза (Франция) һәм Гамбург (Германия) ҡалаларындағы төп заводтарында ла ватандашта­рыбыҙ эшләүе мәғлүм.
Һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеш­кән “Исраэл Аэроспейс Индастриз” (Тель-Авив, Израиль) компания­һында эшләгән 20 меңгә яҡын хеҙмәткәрҙең 40 проценттан артығы – рус телле элекке ватан­даш­тарыбыҙ. Предприятиеларҙа рус теле инглиз теле менән бергә эш теле сифатында ҡулланыла.
Донъя авиа-йыһан сәнәғәтенең Рәсәй иҡтисадына йоғонтоһон бер яҡлы ғына баһалау ҡыйын. Һис шикһеҙ, уның ыңғай яҡтары күп, ләкин был бәйләнештәрҙе тиң хоҡуҡлы хеҙмәттәшлек тип атап булмай, сөнки “Боинг” менән “Эйрбас” компа­нияларының ҡеүәтен беҙҙәге предприя­тиеларҙыҡы менән сағышты­рырлыҡ та түгел. Шул сәбәпле кадрҙар өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тә асыҡтан-асыҡ экспансия төҫө аласаҡ. Төп фактор – эш хаҡы. Был яҡтан сағыштырыу беҙҙең файҙаға түгел.
Авиа-йыһан тармаҡта эшләгән ҡиммәт­ле кадрҙарҙы юғалтыу тотош ил иҡтисады өсөн бик ауыр хәлгә әйләнеп бара, ләкин ошо ауыр шарттарҙа ла тармаҡ предприятиеларын һаҡлап алып ҡалыу һәм артабан үҫтереү механизмдары тәҡдим итергә мөмкин. Ул механизм элекке тармаҡ ми­нистр­лыҡтарының иң мөһим функцияларын үтәй алырлыҡ, айырым төбәктәрҙә етди һынау үткән эре институциональ структуралар – кластер системаларынан ғибәрәт.


Вернуться назад