11 майҙа Өфөлә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының "Рәсәй төбәктәре: яңы үҫеш нөктәләре" тигән күсмә сессияһы уҙғарыла. Уны "Росконгресс" фонды Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Рәсәй экспорт үҙәге менән берлектә ойоштора. Фекер алышыуҙарҙың төп темаһы – иҡтисадтың реаль секторына инвестициялар йәлеп итеү. Сессияла ҡатнашыусыларға ғәмәлдәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе, шулай уҡ сәнәғәтте үҫтереүгә булышлыҡ итеү алымдарын, уның халыҡ-ара иҡтисадҡа интеграцияһы проблемаларын тикшереү бурысы йөкмәтелә. Сараға власть органдары, эшҡыуарлыҡ структуралары етәкселәре, Рәсәйҙең инвестициялар өлкәһендәге төп эксперттары, шулай уҡ йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырлған.
Күсмә сессияның Өфөлә үткәрелеүе осраҡлы түгел. Әле Башҡортостан инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе ҙур булған биләмәләр иҫәбенә инә. Төбәктә инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу, бизнес-берләшмәгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барғанда административ кәртәләрҙе кәметеү буйынса эш әүҙем бара. 2015 йылда ойошторолған РФ субъекттарында инвестиция шарттарының милли рейтингы йомғаҡтары ла ошо йүнәлештә күрелгән сараларҙың һөҙөмтәләлеге тураһында һөйләй. Әлеге рейтингта Башҡортостан Республикаһы, үҙ позицияларын икеләтә яҡшыртып, 20-се урынды яулағайны.
Әйткәндәй, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы быйыл 1 – 3 июндә Санкт-Петербургта уҙғарыла. Форум сараларын "Глобаль иҡтисадта яңы баланс эҙләйбеҙ" тигән девиз берләштерәсәк.