Бурыслының ғүмере оҙон, тиһәләр ҙә...02.05.2017
Бурыслының ғүмере оҙон, тиһәләр ҙә... Кредит тигән нәмә һәр кемгә таныш. Үҙең булмаһа ла, берәй туғаның мотлаҡ шуға бәйле була торған. Әйткәндәй, был йәһәттән йәштәрҙең кредит ала башлауы һуңғы арала бермә-бер артҡан. Кредиттар тарихының милли бюроһы билдәләүенсә, күберәге 25 йәшкә тиклемгеләр бурысҡа бата. Ни генә тиһәң дә, әле саҡ оло тормошҡа аяҡ баҫҡан, ғаилә ҡорған кешегә аҡса яғынан да нығынырға кәрәк. Тик юл ғына дөрөҫмө?
Һандар ул ҡәҙәре үк ҙур түгел. Йыл башынан кредитҡа сумған йәштәр 0,5 процентҡа ғына күбәйгән, ләкин был һандарҙы анализлағанда, күҙ алдына башҡа күренеш баҫа. Олораҡтар һаны 0,1 процентҡа артһа, кредит алған йәштәр уларҙан дүрт тапҡырға күберәк. Ә бына 40 – 59 йәштәгеләр, киреһенсә, кредиттан баш тартыуҙы хуп күрә башлаған.
Йәштәрҙең шулай күпләп бурыс­ҡа ылығыуын кредит карталарына бәйләйҙәр. Имеш, уның менән уңайлыраҡ. Уҙған йылдың һуңғы кварталы менән сағыштырғанда, кредит картаһын ҡулланған йәштәр һаны 1,4 процентҡа артҡан.
Шул уҡ ваҡытта машинаны ҡулаҡ­саға алыуҙы хуп күрәләр, тип бил­дәләнә. Ипотеканы ла артыҡ алып бармайҙар икән. Бының сәбәптәре – ныҡ арттырып түләргә кәрәкле­гендә һәм күптәрҙең уның хаҡын ҡайтара алырлыҡ хәлдә булмауында.
Төбәктәргә ҡарағанда, йәштәрҙең күпләп кредит алыуы бигерәк тә Тыва һәм Алтай республикаларында күренә. Ә бына Курск, Новгород, Орел өлкәләрендә бурысҡа батырға ашыҡмайҙар.
Ә ниңә 25 йәшкә тиклемгеләр күпләп бурысҡа инә? Кредиттар тарихының милли бюроһы директоры Александр Викулин ошондай фекерҙә: кредит алырға теләгән­дәрҙең хәллеләре йүнләп ҡапмағас, банктар саҡ оло тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәрҙе йәлеп итергә тырыша.
Тик шуныһы – кредитты 25-30 йәштәгеләр насар түләй. Микрозайм алыусыларҙың хатта 55 проценты аҡсаны ҡайтарыуҙы тотҡарлаған. Элгәре йыл менән сағыштырғанда, шулай ҙа хәл әҙерәк үҙгәргән. Ул ваҡытта күберәге 25 йәшкә тик­лемгеләр бурысын ҡайтарырға ашыҡмаған.
Кредитты теүәл түләгәндәрҙән иһә 60 йәшлектәр билдәләнә. Ундайҙарҙың ни бары 14,5 проценты ғына бурыстарын тотҡарлаған. Ә кредиттарын ваҡытында түләй алмағандар иһә йәнә бер яҙыҡ аҙым яһай: бер бурысын ҡаплар өсөн яңынан аҡса ала. 2016 йылда кредит алғандарҙың 53 проценты шул рәүешле пирамида төҙөй башлаған.
Кредит бюролары берекмәһе баһалауынса, ундайҙарҙың 27 проценты килеменең яртыһынан күбе­рәген бурысты ҡаплауға йүнәлткән. Сағыштырып ҡарағанда, 2015 йылда элеккеһен ҡаплар өсөн яңы кредит алғандар 50 процент тәшкил иткән, унан алдағы йылда – 43 процент.
Белгестәр бындай аҙымдарҙы кредит программаларының үҙгәреп тороуына бәйләй, йәғни 2015 йылда юғары процентҡа кредит алғандар хәҙер килеп уның шарттарын яҡ­шыртыу юлын эҙләй, тип белдерә улар. Ләкин ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, кредит алған йәш­тәрҙең ниндәй ниәттән банкка йүнәлеүен үҙҙәре генә белә.
Шулай ҙа белгестәр кредитты бер-береһенә өйөргә кәңәш итмәй. Киреһенсә, пирамиданың төҙөлө­үенә юл ҡуймаҫҡа кәңәш итә. Быға банктар үҙе лә булышлыҡ итергә самалай: Кредит бюролары берек­мәһенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кредит тарихынан тыш аҡса алыу мөмкинлектәре әле булһа ҡатмар­лана. Банктар шул кредит картаһын (36 процент), ипотека (26 процент), автокредиттар (22 процент) биреү яғын ғына ҡарарға тырыша хәҙер. Шулай итеп, 2016 йыл менән сағыштырғанда, кредит тарихынан тыш бирелгән кредиттар 19 про­центҡа тиклем кәмегән. 2015 йылда был һан 22 процент булған.


Вернуться назад