Киләсәккә асҡыс02.05.2017
Йәш ғаиләләргә фатир һатып алыуҙа булышлыҡ итеү өсөн Башҡортостанға 175 миллион һум бүленәсәк. Ғариза яҙған һәм талаптарға тап килгән ғаиләләргә фатир өсөн 30-35 процент иғәнә түләүҙә ярҙам буласаҡ был.
“Рәсәй граждандарын арзан, уңайлы фатир һәм коммуналь хеҙмәт менән тәьмин итеү” дәүләт программаһын бойомға ашырыу өсөн Федераль үҙәк 4,234 миллиард һум билдәләгән. Был аҡса 74 төбәк араһында бүленә.
Субсидиялар иһә “Йәш ғаиләләрҙе фатир менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы бирелә. Уның, әлбиттә, үҙ шарттары бар, шулай ҙа күптәргә ул киләсәккә асҡыс булып тора.