Фатир хаҡы күпме?02.05.2017
“Башҡортостанстат” төбәктәге уртаса фатир хаҡтарын хәбәр итте. Йылдың беренсе кварталында торлаҡтың майҙанының бер квадрат метры уртаса 51,5 мең һум тип билдәләнгән.
Үткән йылдың һуңғы кварталы менән сағыштырғанда, хаҡтар 0,2 процентҡа юғарыраҡ тәшкил итә.
Белгестәр белдереүенсә, Өфөлә фатир хаҡтары юғарыраҡ. Яңы төҙөлгән йорттарҙа, мәҫәлән, квадрат метры 61,3 мең һумға һатыла, ә бына икенсел торлаҡтыҡы 58,9 мең һумға төшә.
Әлегә йыл башынан дөйөм майҙаны 410,2 мең квадрат метр тәшкил иткән 4 927 фатир һатылған. Был һандар республика буйынса килтерелә. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 17,1 процентҡа кәмерәк. Төҙөлөшкә килгәндә, быйыл мең кешегә 101 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килә.