“Форбс” хәбәр итә02.05.2017
“Форбс” журналы Рәсәйҙең иң бай 200 кешеһен билдәләгән. Исемлектең башында икенсе йыл рәттән Леонид Михельсон урын алған. Баҫмалағы мәғлүмәт буйынса, уның килеме уҙған йылда 14,4 миллиардтан 18,4 миллиард долларғаса артҡан.
Икенсе урында 17,5 миллиард долларлыҡ милке менән “Северсталь” металлургия компанияһының хужаһы Алексей Мордашов тора. Өсөнсө урында – Новолипецк металлургия комбинатының етәксеһе Владимир Лисин. Уның байлығы 9,3 миллиардтан 16,1 миллиард долларға тиклем күбәйгән. Әйткәндәй, уҙған йылда Рәсәйҙең долларлы миллиардерҙары 77-нән 96-ға тиклем артҡан.
Шул уҡ журнал донъялағы иң бай кешеләрҙе лә билдәләгән. Был исемлеккә 2043 кеше эләккән. Барыһының байлығы бергә 7,5 триллион доллар тәшкил иткән.
Был исемлектә иң ҡалын кеҫәлеһе – “Майкрософт” етәксеһе Билл Гейтс. Уның милке 86 миллиард доллар тәшкил иткән. Артынса 75 миллиард доллар менән Уоррен Баффет килә. Өсөнсө урында – Amazon башлығы Джефф Безос.
Ә иң йәш миллиардерҙан был юлы ла “Фейсбук”ка нигеҙ һалған Марк Цукерберг һанала. Уның 56 миллиард доллары бар.
Был исемлеккә шулай уҡ Леонид Михельсон, Алексей Мордашов, Владимир Лисиндар ҙа ингән.