Яҙ ғәҙәттәгенән һуңлай, шулай ҙа республика хужалыҡтарында сәсеүгә әҙерлек ҙур ойошҡанлыҡ менән бара. Быйыл баҫыу эштәрендә 14 мең самаһы трактор ҡатнашасаҡ. Әле ауыл эшсәндәре машина-трактор паркында техниканың торошон тикшерә, кәрәкле запас частар әҙерләй, сәскестәрҙе йүнәтә.
Дүртөйлө районының Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә ер эшкәртеү, сәсеү техникаһы әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.
— Тәбиғәт көйһөҙләнһә лә, эшләргә ҡамасауламай, тотош техника баҫыуға сығырға күптән әҙер, тик көндәрҙең йылыныуын көтәбеҙ, — ти йәмғиәт директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Дәүләтбаев. — Егеттәрҙең ҡулдары алтын, хатта етешмәгән запас частарҙы
үҙҙәре яһап ҡуя.
Хужалыҡтың паркы бай, һуңғы өс йылда ғына 52 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алғандар. Ваҡытында ҡарап, ватылған ерен йүнәтеп, капиталь ремонт үткәргәс, техника әллә ни туҙмай. Баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу өсөн бында яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама, орлоҡ етерлек күләмдә әҙерләнгән. “Хужа уңған һәм хәстәрлекле булғас, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ. Тракторҙар, сәсеү комплекстары һынатмаҫ”, — ти егеттәр. Быйыл йәмғиәт эшсәндәренә ике мең гектар майҙанда сәсеү эштәре алып барырға тура киләсәк.
Самат ҒӘЛИН
Дүртөйлө районы.