Тап шулай тип әйтә уның хаҡында ауылдаштары. Ысынлап та, Хөрмәт Баймөхәмәтов бала саҡтан тимер эшенә маһир. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән бесән сапҡыс, йыйғыс, өйгөс ҡоролмалары барыһын да хайран итә. Бала саҡтан атайһыҙ ҡалған егеткә хужалыҡтағы барлыҡ эште башҡарырға тура килә. Ҡайһы саҡта йәйәүләп, бәғзе осраҡта кемдеңдер арбаһында бесәнгә барған саҡтарында, ҡышҡа етәрлек утын әҙерләгән ваҡытта Хөрмәттең тик бер хыялы ғына була: “Тиҙерәк ҙурайып, трактор һатып алып, уның ярҙамында бесән эшләргә”. Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ, тигәндәй, бөгөн геройымдың хыялдарының барыһы ла тормошҡа ашҡан.Ихатаһында “МТЗ” тракторы һәм сит ил машинаһы урын алған. Тракторға үҙ ҡулдары менән эшләгән “КУН”-ды нығытып ҡуйған. Тәү ҡарашҡа һатыуҙыҡынан бер нимәһе менән айырылмаған ҡоролманы Хөрмәт Ғәлим улы ҡыш көндәрендә эшләй. Магнитогорск ҡалаһынан күмәртәләп кәрәкле тимер кәрәк-ярағы, штеллер һатып ала.
– Мал кәртәгә ингәс, ошо оҫтаханала тимерселек эшенә тотонам, – ти алтын ҡуллы оҫта. – “КУН-10” тип атала үҙем эшләгән ҡоролма, уның эсенә тейәгес (көрәк), күтәрткес инә. Күберәк бесән эшләү өсөн ҡулайлаштырылған, шунлыҡтан уны фермерҙар үҙ итә. Бер ҡоролманы эшләү өсөн ике аҙна самаһы ваҡыт китә. Ҡыш буйына алты-һигеҙ ҡоролма эшләп өлгөртәм. Көҙҙән эшләгәнде һигеҙ тонна фуражға алмаштырҙым, мал көткәс, уныһы ла кәрәк.
Әйткәндәй, уңған хужаның ҡураһында күпләп һыйыр малы аҫрала, йылҡыһы ла бар. Ҡайһы берәүҙәр кеүек быҙауҙарын алыпһатарҙарға тапшырмай, ә ашатып, ҙурайтып һата. Ҡыш йәше саҡ тулған тананан 60 мең һумлыҡ табыш алған. Ул аҡса бесән әҙерләү өсөн яғыулыҡ һатып алыуға тотоноласаҡ. “Ең һыҙғанып эшләгәндә генә ауылда матур, етеш йәшәргә була. Балаларҙы ла уҡытырға кәрәк. Быйыл ҡыш бауыры оҙон булды, күптән түгел күрше Әбйәлил районына бесән алып барҙым, тиҙҙән тиреҫ һатыуға тотонам”, – ти Хөрмәт Баймөхәмәтов.
Нисә тапҡыр ҡабатлаһаҡ та, “Йүнсел йүнен табыр” тигән әйтемдең мәғәнәһе иҫкермәй, сөнки тап уңғандар менән ауыл йәшәй, ғаиләләр ныҡлы, балалар ҡараулы була. Һатып алыусылар оҫтаны үҙе таба, быға Интернет та, берәүҙәрҙең рекомендацияһы ла булышлыҡ итә. “Күберәк эшләгән әйберҙәр Силәбе өлкәһенә һатыла, – ти хужа. – Бер ҡыҙыҡ хәл булды. Ауылдаш егет ҡоролма эшләп биреүҙе һорағас, хаҡын бер аҙ төшөрөп һатырға булдым. Имеш, ул аҡсаһын миңә түләргә теләмәй, күрше ауылдан барып, “КУН” һатып ала. Аҙаҡ күрһәтергә алып килгәс, минеке икәнлеге асыҡланды”. “Нисек таныйһығыҙ үҙегеҙҙеке икәнен? Берәй төрлө логотип ҡуяһығыҙмы?” – тип һорауыма ул, йылмайып: “Әлбиттә! Үҙ эшеңде беләһең инде, билдәм дә бар, һәр саҡ ҡыҙыл төҫкә буяйым, һары менән логотип формаһын төшөрәм. Ҡайһы ваҡыт, магазиндыҡы бит, тип һатыулашып та ҡуялар. Күрәһең, һатыуҙыҡы кеүек эшләйемдер”, – тип шаяртты геройым.
“Сауҙаныҡы түгелме?” тип һорау үҙе үк яҡшы реклама. Тимәк, тимергә йән өргән Күсей ауылы оҫтаһының даны күрше ауылға ғына түгел, сит өлкәләргә лә яҡшы таныш. Әйткәндәй, бер “КУН”-дың хаҡы 50 мең һум тора, ә магазинда – 100 меңдән ашыу.
Оло маҡсат менән йәшәгән геройым көнләшеүселәргә, аяҡ салыусыларға иғтибар итмәҫкә тырыша. Тормошта мал, донъя артынан ҡыуырға ла тырышмай ул: ғаиләһе менән Сибайға бассейнға, Боҙ һарайына коньки шыуырға, театрға йөрөй, туғандары өсөн оло терәк, рухи таяныс та ул. Ҡасандыр йәйәү йөрөп бесән сапҡан үҫмер бөгөн бар эште техника менән башҡара икән, ошо уҡ матур йәшәү өлгөһө, хыялдың тормошҡа ашыуы түгелме һуң?