Үҫентене ҡайҙан алырға?25.04.2017
Баҡсала ағас ултыртыу мәле етә. Үкенескә ҡаршы, бәғзе берәүҙәр, урам саттарында һатып торған кешеләрҙән ағас үҫентеһе алып, йыш ҡына отола. Уларҙы тап ошо хаталарҙан аралау өсөн үткәрелгән “Баҡсасы аҙналығы”нда сифатлы үҫентеләр алып ҡалырға мөмкин.
Махсус күргәҙмә-йәрминкә 25 – 29 апрелдә Өфөнөң Спорт һарайы алдында ойошторола. Унда районлаштырылған һәм сертификат алынған емеш-еләк ағастары, ҡыуаҡтар, орлоҡ, баҡсасылыҡ өсөн төрлө эш ҡоралдары һатыласаҡ. Рәсәй баҡсасылары берләшмәһенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ринат Миһранов әйтеүенсә, бөгөн ялған юл менән беҙҙең төбәккә хас булмаған үҫентеләр тәҡдим итеү йыш ҡына баҡсасыларҙың өмөтөн аҡламай. Бындай ағастар һыуыҡта өшөй, уңышы түбән була.


Вернуться назад