Хәҙер аҡса йыймайбыҙ25.04.2017
Һуңғы 12 айҙа Рәсәй халҡының аҡсаһын һаҡлыҡ банкына һалыуы өс тапҡырға кәмегән. Ниндәй ҙә булһа финанс сығанағы йыйған ғаиләләр 55 проценттан 40-ҡа тиклем кәмегән.
Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы шундай һығымта яһаған. Белгестәр әйтеүенсә, әлегә халыҡ иҡтисади хәлдең яҡшырыуына өмөтләнмәй, шуға ла эре әйберҙәр һатып алырға ашыҡмай. Икенсе сәбәп – һалынған аҡсаға ставкалар кәмегәнлектән, халыҡ унан әллә ни файҙа күрмәй. Һөҙөмтәлә 2015 йылда Рәсәйҙә аҡсаны көрсөккә тиклем күберәк һалған булһалар, хәҙер күптәр йыйынғанын кәрәк-ярағына тотона. Быны Үҙәк Банктың яңы мәғлүмәттәре лә раҫлай. Мәҫәлән, 2015 йылда ғаиләләрҙең 64 процентының банктарҙа ниндәйҙер күләмдә вклады булған. Хәҙер был һан 52 процентҡа төшкән.


Вернуться назад