Топинамбур үҫтер! Түләйбеҙ...25.04.2017
Беҙҙең күп кенә баҡсасылар топинамбурҙың барлығы хаҡында тәүге тапҡыр уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ишетте. Экзотик йәшелсә Рәсәй халҡына оҡшап ҡалды һәм уны ихлас үҫтерә башланы. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бер аҙ кәмене. Шулай ҙа бынан һуң Рәсәйҙә топинамбур үҫтереүҙе Ҡытай үҙе финанслауға тотонмаҡсы.
Был күпйыллыҡ үҫентенең тарихы үткәндәргә барып тоташа. Бразилияның тупинамба ҡәбиләләре тарихына бәйле культура XVII быуатта Францияға килеп юлыға. Шунан үрсеп китә лә инде. Шул дәүерҙән алып топинамбур мал-тыуар һәм кешелек өсөн дә ҡиммәтле аҙыҡ булараҡ үҫтерелә.
Ошо көндәрҙә Ҡытайҙың бер дәүләт банкы Рәсәй менән берлектә топинамбур үҫтереү өсөн аҡса бүләсәген белдерҙе. Ҡытайҙар “Бәрәңгене һәм топинамбур етештереүҙең инновациялы үҫеше” программаһында ҡатнаша. Ул Рәсәйҙә ошо төр культураның юғары сифатлы сорттарын үҫтереүгә, уларҙы йыйыу һәм һаҡлауҙың яңы технологияларын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ махсус техника һәм тәжрибә ҡорамалдары етештереү ҙә күҙ уңында тотола.


Вернуться назад