Әбйәлилдәргә етеп булмаҫ инде25.04.2017
Республикала йылҡы үрсетеү буйынса Әбйәлил иң алдынғы райондарҙан һанала. Бөгөн бында 8 305 баш ат, шул иҫәптән уның 2 100-ө – ауыл хужалығы предприятиеларында, 2119-ы – крәҫтиән (фермер) , 3300-ө – шәхси ихаталарҙа, 685-е хужалыҡ итеүҙең кесе формаларында аҫрала.
Районда 25 ҡымыҙ фермаһы булып, башлыса башҡорт тоҡомло аттар өҫтөнлөк итә. Былтыр төбәктә 653 мең тонна шифалы эсемлек әҙерләнгән. Уның күпселек өлөшө ауыл хужалығы предприятиеларына, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тап килә. Әлбиттә, ҡымыҙ бешеү күләмен шәхси ихаталарҙағы күпләп тотолған йылҡы малы иҫәбенә йәнә арттырыу мөмкинлеге бар.
Һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештергән фермерҙар “Ҡаҙмаш” (етәксеһе Илһам Баянов), “Яҡташ” (Наил Рәхмәтуллин), “Иҙел+” (Рафаэль Өмөтҡужин), “Көньяҡ Урал” (Мирхәт Рәжәпов), “Ирәндек” (Рөстәм Мәхийәнов) йәмғиәттәре үҙҙәренең матди-техник базаһын һиҙелерлек нығытҡан. Уларҙың күбеһе заманса ҡорамалдар менән эш итеп, ҡымыҙҙы быяла, пластик һауыттарға тултыра.
“Ҡаҙмаш” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге айырыуса иғтибарға лайыҡ. Айғырбатҡан ауылында өр-яңы ҡымыҙ фермаһы төҙөлгән. Бынан тыш, хужалыҡ саф тоҡомло башҡорт аттары үрсетеү менән дә шөғөлләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эсемлекте халыҡҡа еткереү, һатыу йәһәтенән ҡытыршылыҡтар килеп тыуыу сәбәпле, күп фермерҙар ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнмәй. Тап шуға ла улар бейә һөтөн йыйыуҙы үҙәкләштереү һәм уны шифаханаларға еткереү мәсьәләһенең хәл ителеүен теләй.