Ҡорғандар донъяһында25.04.2017
Ҡорғандар донъяһындаАғас күрке япраҡ булған кеүек, һәр беребеҙҙең йортон йәмләүсе зауыҡ менән тегелгән аллы-гөллө ҡорғандарҙы Красноусол ауылының үҙәгендә урынлашҡан “Ҡорғандар донъяһы”нда табырға мөмкин.
Уның хужабикәһе – Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы ҡыҙы Наилә Хисмәтуллина бар ғүмерен яратҡан шөғөлөнә бағышлаған. “Ҡул эштәренә – тегеү, төрлө сувенирҙар эшләүгә әүәҫлегем атайымдан киләлер. Ул мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы, нимәгә тотонһа ла, бөтә күңелен биреп, ҡойоп ҡуйғандай итеп эшләй торғайны”, – тип хәтерләй Наилә Тимерйән ҡыҙы. Буласаҡ һөнәрен дә ошо йүнәлештә һайлай ул – алты йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сәнғәт мәктәбендә белем ала.
Бынан 27 йыл элек, әле эшҡыуарлыҡ тураһында күптәр ишетеп кенә белгән ваҡытта, йыһаздар етештереү өлкәһендә эшләп йөрөгән Наилә ханым, үҙ бизнесын асырға тәүәккәллек итеп, ҡорғандар тегеү менән шөғөлләнә башлай. Хәҙер инде ул – үҙ эшенең бар нескәлектәрен белгән тәжрибәле эшҡыуар. Һөнәренә ике ҡыҙын да ылыҡтырған Наилә Тимерйән ҡыҙы: Гүзәл – Стәрлебаш, Айгөл Талбазы һәм Федоровка ауылдарында ҡорғандар тегеү салондары асҡан. “Бер үк эш менән шөғөлләнеүебеҙ шул тиклем уңайлы, бер-беребеҙгә бар йәһәттән дә ярҙам итеп, кәңәшләшеп торабыҙ. Заман алға киткән һайын, беҙҙең эшмәкәрлектә лә яңы алымдар, яңы технологиялар барлыҡҡа килә. Уларҙы үҙ һөнәребеҙҙә ҡулланырға, клиенттарҙы яңынан-яңы өлгөләр менән ҡыуандырырға тырышабыҙ”, – тип ҡорғандар донъяһы менән таныштыра хужабикә.
Төрлө төҫтәге, төрлө туҡымаларҙан тегелгән күҙҙең яуын алырлыҡ ҡорғандар, селтәрҙәр араһынан һәр кем үҙ зауығына, финанс мөмкинлегенә тап килерлек, күңеленә оҡшағанын һайлап заказ бирә ала. Ательеның ассортименты бик бай – туҡыма­ларҙан тыш, ептәр, таҫмалар, төймәләр, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәргә күп төрлө кәрәк-яраҡ, фурнитура, гардиндар һәм башҡалар. Ҡорғандар менән бергә түшәк япмалары, йорт йыһаздарына, машина креслоларына тышлыҡтар, клуб сәхнәләренә шаршауҙар тегәләр, өҫ кейемдәрен ремонтлау менән дә шөғөлләнәләр. Заказ биреүселәрҙең өйҙәренә барып, бушлай үлсәү хеҙмәтен дә күрһәтәләр. Шәхси клиенттарҙан тыш, төрлө учреждение, ойошмалар менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек алып баралар.
“Күптән түгел генә күскән яңы ательебыҙҙа әлеге көндә дүрт кеше – ике заказ ҡабул итеүсе, ике дизайнер-тегенсе – эшләйбеҙ. Эш урынында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, заманса теген машиналары, оверлоктар һәм башҡа ҡорамалдар менән тәьмин ителгәнбеҙ. Туҡымаларҙы Төркиәнән яҙҙырып алабыҙ. Ай һайын тиерлек Мәскәүгә барып заказ биреп ҡайтам. Килгән материалдарҙы аҙнаһына ике тапҡыр Стәрлетамаҡтан барып алам.
Киләсәктә тағы ла бер йүнәлештә – урын-ер кәрәк яраҡтары: юрған, мендәр тыштары, йәймәләр тегеүҙә эш башларға уйлайым. Сөнки үҙ йыһаздары үлсәменә тура килерлек постель әйберҙәре һораусылар бик күп. Был ниәтебеҙ килеп сыҡһа, өҫтәлмә эш урындары ла буласаҡ, – тине хушлашҡанда Наилә Тимерйән ҡыҙы.


Вернуться назад