Түтәл яһай беләһегеҙме?25.04.2017
Һы, уның нимәһе бар, тиерһегеҙ! Юҡ шул. Бала саҡтан таныш шөғөл кеүек күренһә лә, һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар.
Бының өсөн тәүҙә ерҙе ҡаҙып, һәйбәтләп тырматҡас, бау тартып, түтәлдәрҙең ситенә ағас ҡаҙап сығығыҙ. Түтәл араһындағы юлды аяҡ менән тапап сығырға кәрәк. Былай иткәндә, түтәл ҡалҡыу булмай, уның эргәләре нығына. Аралағы юлға тупраҡ та ҡойолмай. Тиҙ ҡата торған тупраҡҡа ҡаҙыр алдынан бысҡы вағы йәки иләнгән ваҡ ҡом һибеп сығығыҙ. Былай эшләгәндә, тупраҡтың структураһы яҡшыра, ул ҡатмай. Бысҡы вағы менән сереп ашлама була.
Бысҡы сүбен түтәлдәр өҫтөнә һибергә лә мөмкин. Ул дымды һаҡлаясаҡ.


Вернуться назад