Нисек һайларға?25.04.2017
Насар орлоҡтан бер ваҡытта ла яҡшы уңыш үҫмәй. Бына шуға күрә лә үҫентеләрҙе һайлай белеү бик мөһим.
Емеш ағасы ни тиклем йәшерәк булһа, ул шул тиклем тиҙерәк үҫеп киткәнен онотмаҫҡа кәрәк. Үҫентенең артыҡ оҙон булғанын да һайларға кәңәш ителмәй. Барыһынан да элек тамырына иғтибар итегеҙ.
Тупраҡтан ҡаҙып алынған үҫентенең тамыры яҡшы һайланғанмы – һатып алыусы шуны ҡарарға тейеш. Шул осраҡта ғына ул яңы урында тиҙ үҫеп китәсәк. Йәнә тамырҙың кипмәүе лә бик әһәмиәтле.
Үҫентене һыуҙа тотҡан йәки еүеш тупраҡ һалып полиэтилен тоҡсайға төргән кешенән алырға тырышығыҙ. Йәш тамырҙың, олондағы кеүек, кибеүҙән һаҡлай торған ҡатламы юҡ. Әгәр тамыр бер аҙ ғына елдә йәки ҡояшта торһа, уны үле тип һанарға мөмкин. Шуға күрә баҙарға барғанда үҙегеҙ менән полиэтилен пленка, тоҡсай, һис юғында һыуға манып гәзит алырға онотмағыҙ. Үҫентене тиҙерәк баҡсаға ултыртыу хәстәрлеген күрегеҙ.