Тәмәке төнәтмәһе25.04.2017
Тәмәке төнәтмәһе булһа, баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшеү өсөн бер ниндәй химикат та кәрәкмәй. Тик был сараны ағастар сәскә атҡансыға тиклем һәм сәскә атҡандан һуң ҡулланырға кәрәк.
Төнәтмәне былай әҙерләйҙәр. Дүрт йөҙ грамм тәмәкегә ун литр һыу ҡоялар ҙа ике тәүлек тоталар. Шунан һуң төнәтмәне һөҙөп алалар һәм 40 грамм самаһы кер һабынын ҡырып һалалар.
Төнәтмәне шулай уҡ һарымһаҡтан да яһарға мөмкин. Бының өсөн 180-200 грамм таҙартылған һарымһаҡты ҡырғыста ыуып, һутын һығалар. Ҡуйы массаны 10 литр һыуға һалалар. Ике тәүлектән һуң шунда уҡ һутын да өҫтәйҙәр. Төнәтмә ҡулланыуға әҙер.
Тағы бер файҙалы көрәш сараһы – ағас көлө. Уны түтәл араларына, ағас төптәренә һибәләр, төнәтмәһен яһайҙар.


Вернуться назад