Һыйыры бар, ҡураһы... юҡ21.04.2017
Һыйыры бар, ҡураһы... юҡ Тиҙҙән фермерлыҡ тармағында үҙ эшен асҡандарға бер аҙ тын алырға ваҡыт етә, сөнки мал ҡырға сығасаҡ. Тик яҡшы көтөүсе булғанда ғына уларға иркенәйергә мөмкин. Шулай ҙа Федоровка ауылында йәшәгән Әхтәм Аҡыловтың кәйефе көр түгел.
2015 йылда фермер булараҡ үҙ эшен асҡан эшҡыуар, “Яңы эш башлаған фермер” дәүләт программа­һында ҡатнашып, 1 миллион 300 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Был суммаға Миәкә районынан симменталь тоҡомло 14 баш тана һәм бер тоҡом үгеҙе һатып ала.
– Район хакимиәте яғы­нан эшҡыуарҙарға ярҙам бар, ә бына ауыл биләмәһе яғынан эште артабан алып китеү өсөн күп кенә ҡар­шылыҡтар аша үтергә кәрәк. Дөрөҫ, биләмәлә малсылыҡ йүнәлешендә эш башлаған бер нисә фермер иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенә төрлөсә ҡараш. Мәҫәлән, минең малым икенсе фермерҙың ҡураһында ҡыш сыҡты. Элекке сусҡа һарайының бинаһы буш тора, шуны ҡуртымға йәки һатып алып, мал аҙбары төҙөргә тип күпме инстанцияны үтергә тура килһә лә, рөхсәт юҡ. Ҡайһы осраҡта күпме план ҡороп та, төрлө кәртәләргә осраһаң, ниңә алдым икән шул малды, тип тә уйлап ҡуяһың. Үҙемдең кәртәләге һыйырҙарҙы ҡушҡанда, байтаҡ ҡына һыйыр малы иҫәпләнә. Ярай, тиҙҙән ҡара ергә аяҡ баҫабыҙ, әммә көҙгә лә йыраҡ ҡалмаҫ, быйыл да малым сит кешенең ҡураһында ҡыш сығырмы? – тип хафалана эшҡыуар.
Ярҙамһыҙ алға китеш юҡ икәнлеге һәр кемгә билдәле. Грант биреп ярҙам күрһәтелгәс, моғайын, Әхтәм Зәйнулла улына үҙ малдарын йылы ҡурала ҡыш сығарыу өсөн киләсәктә яҡты юл асылыр тигән ышаныста ҡалайыҡ. Баш­ланған эштең ярты юлда туҡтап ҡалыуынан бер кем дә файҙа күрмәй, был һәр кемгә билдәле.



Вернуться назад