Тимергә лә йән өрөп...21.04.2017
Тимергә лә йән өрөп...Бүздәк районына килеп ингәс тә ауылдарҙың матурлығына, төҙөклөгөнә иғтибар итәһең. Халыҡ бына тигән йорттар һалған, унда-бында төҙөлөш әле дауам итеүен күрәһең. Район үҙәге тураһында әйтеп тораһы ла түгел: Бүздәк ауылы бөгөн ысын мәғәнәһендә төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Күп ҡатлы йорттар менән бер рәттән шәхси йорттар күтәрелә, төрлө социаль объекттар сафҡа инә. Төбәктә балалар баҡсалары, мәктәптәр, һауыҡтырыу комплекстары асылыу өҫтөндә. Шуныһы ҡыуаныслы: был яҡтарҙа төҙөлөш баҙары яҡшы ойошторолған, халыҡҡа элекке кеүек материал эҙләп ҙур ҡалаларға, сит өлкәләргә юлланырға кәрәкмәй. Йәнең теләгәнеңде урында уҡ һатып алырға йә булмаһа заказ буйынса алдырырға мөмкин.
Тимергә лә йән өрөп...“Бүздәк металл прокатлау заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә яңы ғына асылыуына ҡарамаҫтан, халыҡ араһында билдәлелек яулап өлгөргән дә инде. Бында элек ҡулланылышта булған иҫке торбаларҙан төҙөлөштә кәрәкле металл арматура етештерәләр.
Тимергә лә йән өрөп...Продукцияға ихтыяж ҙур, хаҡы ла, башҡа етештереүселәр менән сағыштыр­ғанда, күпкә арзан. Йәмғиәт райондың ғына түгел, республиканың да ҙур төҙөлөш предприятие-ойошмалары менән ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүҙәр төҙөп, эшмәкәрлекте яйға һалған. Продукция, нигеҙҙә, кү­мәртә­ләп оҙатыла, ваҡлап һатыу ҙа ҡаралған. Төҙөлөш материалдарын заказсыға үҙҙәре лә алып бара икән. Сеймалды Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килешеү буйынса һатып алалар.
Былтыр район үҙәгенең элекке “Райсельхозтехника” биналарына заманса ремонт үткәреп, ҡеүәтле мейес төҙөп урынлаштыралар. Иранда етештерелгән заманса ҡорамалдар һатып алып, быйыл ғинуарҙа тәүге продукцияһын һатыуға сығаралар.
Бөгөн бында 10, 12, 14, 16 диаметрлы металл арматура етештерәләр. “Һәр башланғысыбыҙҙа район хакимиәтенең ярҙамын тойҙоҡ, әле лә уларҙың яҡлауын һиҙәбеҙ”, – ти йәмғиәт директоры Рузил Дәүләтшин.
Тиҙҙән предприятиелағы ҡеүәтле мейес газ менән эшләйәсәк. Әле заводтың Ур­ҙайбаш һәм Бүздәк ауылдарында урын­лашҡан ике цехында 40 кешегә эш урыны булдырылған. Эшмәкәрлек уңышлы бар­һын һәм табышлы булһын тип, процесҡа Рәсәйҙең эре металлургия комбинаттарынан юғары һәм махсус урта белемле белгестәрҙе лә йәлеп иткәндәр. Хеҙмәт­кәрҙәр өсөн район үҙәгенән өс бүлмәле ике йорт та һатып алғандар. Киләсәктә лә эшселәрҙең социаль хәлен яҡшыртыу­ҙы төп маҡсаттарҙың береһе һанай етәкселек. Эште ике сменала ойошторорға уйлайҙар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, уртаса эш хаҡы ауыл ере өсөн яҡшы – 25 мең һум тәшкил итә.
Тимергә лә йән өрөп...– Яңы ғына асылыуыбыҙға ҡарамаҫтан, эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ, сөнки көслө конкуренция заманында үҙ һатып алыусыла­рыбыҙҙың булыуы отошло, – ти “Бүздәк металл прокатлау заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рузил Рәүеф улы Дәүләтшин.
Заводтың техника паркы ла бай ғына, бында Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамал­дарға өҫтөнлөк бирәләр икән.
Предприятие етәкселеге цех начальниктары Александр Яков­лев менән Илшат Тажетдиновты, электромонтер Илдар Ғимадетдинов менән оператор Роберт Кальметьевты маҡтап телгә алды. “Әл­биттә, эшселәр­ҙең һәр береһе иғтибарға лайыҡ, тик уларҙың тырышлығы һөҙөм­тәһендә генә уңыштарға өлгәшергә мөмкин”, – ти Рузил Дәүләтшин.


Вернуться назад