Әбйәлил районы республикала Учалы районынан ҡала күлдәр һаны буйынса икенсе урында тора. Бында барлығы 33 эре күл иҫәпләнә, шуға күрә районда балыҡсылыҡ тармағының үҫешеүе мотлаҡ кеүек, әммә район кибеттәрендә тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында тотолған балыҡты көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын, тимә. Бынан бер нисә йыл элек районда һөмбаш балығы үрсетеү буйынса завод төҙөләсәге тураһында һүҙ сыҡҡайны, әлегә тиклем был башланғыстың осо-ҡырыйы күренмәй.Хәйер, быныһы икенсе мәсьәлә. Шуныһы ҡыҙғаныс — тап ошо завод Урал аръяғы балыҡсыларын селбәрә менән тәьмин итергә тейеш ине, һәм күптәр, быға ышанып, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға алып, балыҡсылыҡ тармағында үҙ эшен асырға ниәтләнгәйне. Әлегә тик үҙ-үҙенә ышанғандар ғына балыҡсылыҡ тармағы менән шөғөлләнергә йөрьәт иткән. Шундайҙарҙың береһе — Асҡар ауылынан Марат Хәлисов.
Бала саҡтан Ҡыҙыл йылғаһында балыҡ ҡармаҡлап үҫкән Марат Хаммат улына был шөғөл ят түгел. Атаһы тирә-яҡта билдәле балыҡсыларҙың береһе була, улдарын да балыҡ тотоу серҙәренә бәләкәйҙән өйрәтә. Артабан Марат Хәлисов йылға буйҙарына балыҡ тоторға буш ваҡыттарында йәки күңеле тартҡан саҡтарында ғына барһа, хаҡлы ялға сыҡҡас тап ошо йүнәлештә үҙ эшен асырға ҡарар итә. 2010 йылда Байым ауыл биләмәһенә ҡараған Үләнде күлен ҡуртымға ала, уны таҙартып, үҙ аҡсаһына бер тонна сөгә һәм ярты тонна карп балыҡтары селбәрәһе һатып алып ебәрә. Әҙер күлгә балыҡ йәки селбәрә ебәреп, унан умырып аҡса эшләп була, тигәндәр төптө яңылыша. Марат Хаммат улына ла был тәңгәлдә байтаҡ тир түгергә тура килә.
— Балыҡсылыҡ еңел тармаҡ түгел, тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Күл янынан аҙналар буйы ҡайтмай йөрөгән саҡтар ҙа булды, ярай әле ҡатыным һәм балаларым мине аңлап, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер тора. Тотҡан балыҡтарҙы тормош иптәшем Флүрә Ишмөхәмәт ҡыҙы баҙарға алып сыға, теләгәндәргә өйҙән дә һатып ебәрәбеҙ. Районда күлдәр күп, әммә уларҙың барыһы ла ҡараулы тип әйтеп булмай. Әгәр тәүге осорҙа күлдәрҙе ҡуртымға алып, балыҡ үрсетеүҙе яйға һалырға мөмкин булһа, 2012 йылда ҡабул ителгән ҡанундарға ярашлы, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу түләүһеҙ тигән ҡарарға ярашлы, һәр кем йылға-күл буйҙарында балыҡ тота ала. Мәҫәлән, мин үҙ кеҫәмдән әллә күпме меңдәремде сығарып, селбәрә һатып алып, уны күлгә ебәреп, балыҡтарҙы кемдер килеп, рәхәтләнеп бушлай тота икән, мин аҡсамды һыуға ташлаған кеүек килеп сыға түгелме һуң? Шунлыҡтан балыҡсылыҡ тармағында яңы ҡанундар ҡабул ителмәй тороп, тармаҡ алға китмәйәсәге көн кеүек асыҡ, — ти эшҡыуар.
Браконьерҙар йылға-күлдәрҙә ау һалып, әллә күпме балыҡты һәләк итә, ә эшсән балыҡсылар хәләл көсө, үҙ аҡсаһы менән күлдәрҙе таҙартып, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы балыҡ үрсетергә тырыша-тырышыуын, әммә депутаттар уларға ҡаршы ҡанундар сығара икән, ни сәбәпле магазин кәштәләрендә күл балыҡтарының булмауына аптырайһы түгел. Ә инде балыҡтарҙың ыҫланған, киптерелгән, тоҙланғандары хаҡында һүҙ йөрөтөүе лә урынһыҙ. Бының өсөн махсус цехтар кәрәк, һәм иң беренсе нәүбәттә балыҡтың мул булыуы мотлаҡ. Әлегә көндәлек тотолған балыҡ менән хушһынырға тура килә эшҡыуар Марат Хәлисовҡа.
Балыҡсы һәм эшҡыуар һүҙҙәренә ҡарағанда, район халҡын үҙебеҙҙә етештерелгән балыҡ менән тәьмин итеү өсөн көнөнә кәм тигәндә 3 тонна балыҡ тотоу талап ителә. 33 күле булған Әбйәлил районы өсөн был күп тә түгел, әммә тармаҡты үҙ итеүселәр юҡ кимәлдә, булғандарына ла тейешле ярҙам күрһәтелмәй. Бөгөн эшҡыуар халыҡҡа карптың килограмын 150 һумға, аҡ балыҡты — 250, табан балығын — 80, алабуғаны 50 һумға тәҡдим итә.
Киләсәккә пландары ҙур геройымдың: Баймаҡ районы сигендә урынлашҡан Ялтыркүлдә балыҡ үрсетеү, уны ял һәм балыҡ ҡаптырыу урынына әйләндереү, ҡиммәтле балыҡтар үрсетеүҙе яйға һалыу, яңы тотолған балыҡтарҙы һатыу өсөн урын төҙөү һәм башҡа бик урынлы тәҡдимдәре бар. Әлегә балыҡсылыҡ тармағын яйға һалыу буйынса ҡабул ителәсәк яңы ҡарарҙарҙың эшҡыуарҙар өсөн отошло булыуын теләйһе генә ҡала. Ҙур сығымдар түгелгән эштең табышлы булыуы ла мөһим. “Әбйәлил балығы” тигән бренд менән һатылған продукцияны киләсәктә Өфө магазиндары кәштәләрендә лә осратырбыҙ әле.