Күгәрсендәрҙең маҡсаты – ышаныслы юлдар һалыу19.04.2017
Күгәрсендәрҙең маҡсаты – ышаныслы юлдар һалыу Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙҙың ҡайһы тарафына сәфәр сыҡһаң да, көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарҙан елдерәһең. Баш ҡаланан әллә нисәмә саҡрымдағы теге йәки был төбәккә һис ниндәй мәшәҡәтһеҙ барып етеүгә күнегеп тә барабыҙ. Хәҙер соҡор-саҡырлы юлға зарланыу һүҙҙәрен йышыраҡ ҙур ҡалаларҙа ишетергә тура килә.
Күгәрсен яҡтарына юлланғанда ла тыныс күңел менән сығаһың. Был төбәктең гүзәл тәбиғи ҡомартҡылары ла үҙенә йәлеп итә, шуға күрә сит тарафтарҙан килеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Һәр кем юлдарҙың төҙөклөгөн, заман талаптарына яраҡлашты­ры­лыуын күреп, юғары баһа бирә. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки был яҡтарға юлы төшкәндәр теләгән еренә ваҡытын­да, бәлә-ҡазаһыҙ барып етһен өсөн тырыша ла инде Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Ә йөкмәтелгән бурыстары яуаплы, эш күләме ҙур. Мәҫәлән, улар ҡарамағына тапшырылған юлдарҙың оҙонлоғо 630 километрҙан ашыу. Уның 400 саҡрым­дан күберәге республика әһәмиәтендәге булһа, ҡалғаны – район ҡарамағында. Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәтләндергән юлдарҙың оҙонлоғо буйынса республикала өсөнсө урынды биләүен иҫәпкә алһаң, эш күләменең ни ҡәҙәр ҙур булыуы күҙ алдына яҡшыраҡ баҫыр, моғайын. Магнитогорск – Ира маршруты буйлап сәфәр ҡылыу­сылар ҙа күгәрсендәрҙең хеҙмәтенән файҙалана. Әйткәндәй, 100 километрҙан ашыулыҡ был ара – уларҙың яуап­лылығындағы иң оҙон юл.
Күгәрсендәрҙең маҡсаты – ышаныслы юлдар һалыуӨр-яңы технологиялар буйынса асфальт һалырға ҡыйыу ынтылған һәм соҡор-саҡырлы урындарҙы ла заманға ярашлы итеүселәрҙең тырышлығы бушҡа түгел. Ҡар-буран, томан һәм яҙғы ташҡын тимәй, тәүлек әйләнәһенә эш урындарында булыуҙарының, үҙҙәренә беркетелгән биләмәне талапҡа ярашлы хеҙмәтләндереүҙәренең һө­ҙөмтәһе ыңғай. Мәҫәлән, былтыр 279,9 миллион һумлыҡ эш күләме атҡарылған. Үҙ асфальт-бетон заводында 34 мең тонна асфальт етештерелгән. Идаралыҡтың уңышлы эшләүенә өс карьерҙың эшмәкәрлеге ыңғай йоғонто яһай.
2016 йылда Күгәрсен юл төҙөүселәре Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының 7 километр аралығында ремонт эштәрен башлап ебәрҙе. Быйыл был эш дауам итәсәк. Килешеү буйынса 2018 йылдың октябрендә был юлды тапшырыу күҙаллана.
Предприятие юлдарҙы төҙөклән­дереү­гә ҙур иғтибар бүлә. Былтыр был маҡсатта 125 миллион һум аҡса то­тонолған һәм Магнитогорск–Ира йүнә­лешендәге юлдар хәҙер юлсыларға бик уңайлы һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. Быйыл да был эш дауам итәсәк. Федераль маҡсатлы про­грам­маға ярашлы ауыл биләмәлә­рендәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ошо программа буйынса былтыр Моҡас ауылын үҙәк юл менән тоташтырған бөтә талаптарға ярашлы асфальт йәйелгән юл фай­ҙаланыуға тапшырылды. Былтыр Мораҡ, Подгорное ауылдарында күп кенә урамдар төҙөкләндерелһә, был эш быйыл да дауам итәсәк.
Күгәрсендәрҙең маҡсаты – ышаныслы юлдар һалыуМораҡ – Побоище йүнәлешендә лә үткән йылда 16 миллион һумлыҡ эштәр башҡарылып, быйыл да әһәмиәтле объектта эштәр дауам итәсәк. Ярай әле ҡеүәтле техника ярҙамға килә. Уны ла әленән-әле яңыртып торорға кәрәк. Яңыраҡ бер экскаватор алып ҡыуан­ғандар, ике “КамАЗ” автомашинаһына һәм бер тракторға капиталь ремонт яһалған. Ҡеүәтле техника эштең ырамлы барыуына булышлыҡ итә. Шуға ҡат­марлы участкаларҙа ла һынатмайҙар.
Коллектив иһә үҙ эшен яратып атҡарған һәм оло яуаплылыҡ тоя белгән 100-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙән тупланған. Тағы шуныһы һөйөнөслө: барыһын да уртаҡ маҡсат берләштерә. Табышлы эшләгәс, юлсыларға иғтибар ҙур. Хаҡлы ялдағылар ҙа онотолмай, йәштәр ҙә ситтә ҡалмай, коллектив килешеүендә ҡаралған барлыҡ төр ярҙам күрһәтелә. Байрамдар үтә, спорт сараларында әүҙем ҡатнашалар. Әйткәндәй, эшсе­ләрҙең үҙҙәре хаҡында күрелгән хәс­тәрлеккә тырыш хеҙмәт менән яуап биреүенә күптән инанған идаралыҡ начальнигы Ринат Йәнбәтов.
Хәйер, Ринат Фәрих улына ябай хеҙмәт кешеһенең һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә яҡшы таныш. Яҙмышын ошо предприятие менән бәйләүенә – 40 йылдан ашыу. Шуға ла юлсыларҙың ауыр хеҙмәте һәм оҫталығы үҙ ваҡытында баһаланырға тейешлеген һәйбәт аңлай. Һөҙөмтәлә араларында Почет грамоталары һәм Маҡтау ҡа­ғыҙҙары менән бүләкләнеүселәр байтаҡ. Атҡаҙанған төҙөүсе исемен йөрөтөү­селәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ю. Загороднев, М. Мусин “Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ринат Фәрих улы — атҡаҙанған төҙөүсе булыу менән бергә Салауат Юлаев ордены кавалеры ла. М. Ғиззәтуллин, А. Ҡаразбаев – Рәсәй кимәлендәге маҡтаулы водителдәр. Шулай уҡ Э. Кинйәбулатовтың, Р. Ҡот­лоевтың хеҙмәте лә Башҡортостандың транспорт тармағында юғары баһа­ланған. Предприятиеның уңышлы эш­ләүе тап ошондай хеҙмәт оҫталарына бәйле. “Башкиравтодор” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтендә күгәрсендәрҙең һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булыуы шуны раҫлай ҙа.
Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү ида­ралығының табышлы эшләүе “Башкир­автодор” йәмғиәте һәм үҙҙәре өсөн генә файҙа түгел. Улар үҙ ваҡытында һәм тейешле күләмдә һалым күсереп барып, республика һәм район ҡаҙнаһын да тулыландырып тора.


Вернуться назад