Киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ19.04.2017
Киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙБыйыл райондың ауыл хужалығы эшсәндәренә бөтәһе 17 меңгә яҡын гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы тора. Әле һәр урында ҡыҙыу кампанияға әҙерлек бара, оҫтаханаларҙа техника торошо тикшерелеп, техник күҙәтеү үткәрелә. Сәсеүҙә 50-гә яҡын агрегат ҡатнашып, белгестәр баҫыу эштәрен 10-14 көн эсендә тамамларға иҫәп тотабыҙ, ти, сөнки яғыулыҡ-майлау материалдарын, сифатлы орлоҡто, минераль ашламаларҙы көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйғандар.
– Шөкөр, бөгөндән баҫыуға сығырға әҙербеҙ, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, – ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәфис Гәрәев.
Төбәктең Раздолье ауылында урынлашҡан “Зуевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғыларҙан һанала. Бында малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнәләр. Элекке “Ҡариҙел” совхозының һөтсөлөк фермаларына матур итеп ремонт үткәреп, заманса йыһазландырғандар. Сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техникаға эйә булғандар. Бынан тыш етәкселек гараж, ырҙын табағын ремонтлап, уларға ҡабаттан йән өргән.
Бөгөн йәмғиәттең 725 баш лимузин һәм голштин тоҡомло һыйыр малы бар, уларҙы нигеҙҙә ит өсөн аҫрайҙар. Малдар канада технологияһы буйынса төҙөлгән ялан кәртәлә, тәүлек әйләнәһенә асыҡ һауала тотола. Сифатлы иткә ихтыяж ҙур, шуға ла предприятие менән килешеүҙәр төҙөргә тип республиканан ғына түгел, башҡа өлкәләрҙән дә киләләр икән. Көтөү йыл һайын яңы таналар менән тулылана. “Ашатыу яҡшы һәм туҡлыҡлы булғас, малдар көр, уртаса тәүлек артым бер килограмдан ашып китә. Төрлө биоҡушымталар, ҡатнаш аҙыҡ та бирелә”, – ти хужалыҡ идарасыһы Александр Лепихин.
Барлығы 25 кеше эш менән мәшғүл, ә ҡыҙыу миҙгелдә иһә уларҙың һаны бермә-бер арта. Етәкселек билдәләүенсә, эшселәргә, юғары һәм урта махсус белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелмәй. Киләсәктә бында мал һанын ике мең башҡа еткерергә иҫәп тоталар, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар, шуға ла хеҙмәткәрҙәр хужалыҡҡа тағы ла талап ителәсәк әле. Бөгөн эшселәргә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, бынан тыш өс тапҡыр йылы аш та ҡаралған. Шәхси ихатаһында мал тотоусыларға ла һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыла, бесән-һаламы бушлай бирелә. Алдынғы механизаторҙар Михаил Запевалов, Геннадий Андрюков, Алексей Лопатин, мал һимертеүҙә малсылар Юрий Добрынин, Петр Плотников хужалыҡтың төп таянысы булып һанала.
Зуевка һәм Раздолье ауылдарында ике мал һуйыу цехы урынлашҡан. Әйткәндәй, был цехтың асылыуын тирә-яҡ ауылдар халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Әле эшмәкәрлек тулы ҡеүәтендә алып барыла.
Шулай уҡ Зуевкала ит эшкәртеү һәм төрлө ит ризыҡтары етештереү цехы уңышлы эшләй. Продукция, нигеҙҙә, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә һатыла, бынан тыш эшселәрҙе ашатыу өсөн дә тотонола.
Йәмғиәттең дүрт мең гектар ере лә бар, иген культуралары быйыл өс мең гектар майҙанды биләйәсәк. Бынан тыш техник культураларға ла майҙандар бүленгән. Етәкселек киләһе уңышҡа нигеҙ һалғанда тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн, алдан 50 тонна яғыулыҡ-майлау материалдарын, 309 тонна минераль ашлама һәм 300 тонна сифатлы һәм элиталы орлоҡ хәстәрләгән.
Бөгөн йәмғиәт баҫыуҙарын Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй. Паркты яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр, мәҫәлән, 2016 йылда ғына 100 миллион һумлыҡ яңы ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалар һатып алғандар. Уны йыл һайын тиерлек яңыртып торғас, баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сығалар. Көҙгө уңышты юғалтыуһыҙ һаҡлау өсөн заманса келәттәр, иген һаҡлағыс төҙөп ултыртҡандар.
Хужалыҡ ауыл хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, һәр саҡ бағыусы була. Раздолье ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын заманса ремонтлағандар. Бөгөн ауыл халҡы йылы, уңайлы шарттарҙа һаулығын нығыта. Әле ауыл клубын да ремонтлай башлағандар. “Бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып торғас, эшмәкәрлегебеҙ яҡшы ойошторолған”, – ти етәкселек.


Вернуться назад