Рәсәй һумдарының нығыныуы, был ниндәй генә сәйер парадокс булып күренмәһен, һуңғы айҙарҙа сәйәсмәндәрҙе, иҡтисадсыларҙы һәм эксперттарҙы етди борсолоуға һала. Улар, үҙ мәнфәғәттәренән сығып, бер-береһенә ҡаршы торған ике ҙур төркөмгә бүленеп, Үҙәк банкка, уның етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаға баҫымын көсәйткәндән-көсәйтә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк һумдарҙың нығыныуы фонында 24 мартта үҙ ставкаһын 9,75 процентҡа тиклем кәметеп, йыл аҙағына 8,5 процентҡа тиклем төшөрөүҙе планлаштырҙы. Был иҡтисади үҫеш өсөн бик тә мөһим, сөнки ил буйынса предприятиеларҙың рентабеллеге бик түбән булғанда (2016 йылда уртаса күрһәткес 8,97 процент тәшкил итте) Үҙәк банк ставкаһының 2017 йылдың 3 февраленә тиклем 17 процент тәшкил итеүе (3 февралдә ставка 10 процентҡа тиклем кәметелгәйне), шул сәбәпле кредит биреүсе банктарҙың юғары ставкалар һаҡлауы реаль етештереү тармағы предприятиеларын финанслауҙы ауырлаштырып килде. Был шарттарҙа банк ставкаларын кәметеү предприятиеларҙың финанс хәлен еңеләйтә төшә. Ләкин инфляция хәүефе ҙур булған осорҙа ставкаларҙы ҡапыл күпкә кәметеү ул хәүефте гиперинфляция кимәленә еткереүе ихтимал. Шул сәбәпле Үҙәк банк идараһы рәйесе Э. Нәбиуллина, үҙенең “ваҡ аҙымдар” тактикаһын иғлан итеп, ставканы яйлап кәметеүгә генә барасағын белдерҙе. Күпселек эксперттар бындай тактиканы бөгөнгө шарттарҙа оптималь тип баһалай.
Ләкин бындай һаҡ тактикаға нефть һәм газ экспортерҙары ҡаршы сыға. Билдәле булыуынса, Рәсәй бюджетының килем өлөшөнөң 43 процентын сеймал экспортынан алынған долларҙар тәшкил итә. Бюджет яҡындағы өс йылға (2017–2019 йылдарға) иң ауыр сценарий буйынса – нефть хаҡы баррелгә 40 доллар иҫәбенән сығып төҙөлһә лә, уны бөгөнгө шарттарҙа баланслау өсөн нефттең баррелен 80 долларға һатыу кәрәк булыр ине. Бөгөнгө көндә баррель хаҡы 55,33 доллар тәшкил итә, нефткә хаҡтар төшә. Доллар курсы 55,98 һумға тиклем кәмене. Доллар курсы 1 һумға төшкәндә бюджет йылына 160 миллиард һумлыҡ килемен юғалта, сөнки Рәсәйҙең барлыҡ резервтары АҠШ долларҙарында һаҡлана, нефть һәм газ экспорты операциялары ла долларҙарҙа иҫәпләнә. Нефткә донъя хаҡтарын беҙҙең етәкселәр үҙгәртә алмай, ә эске валюта – һумдың курсын кәметеүе еңел.
Яҡын киләсәктә Үҙәк банк етәкселегенә ставканы тиҙ арала – 2017 йылдың II яртыһында уҡ иң кәмендә 8 процентҡа тиклем кәметеү тәҡдим ителеүе ихтимал. Икенсе юл – һумдың долларға ҡарата курсын 70 һум кимәлендә нығытыу, йәғни ирекле курстан баш тартыу. Йәнә бер көслө резерв – һумдарҙың ҙур массаларын оҙайлы инвестиция проекттарына һалыу. Ләкин был осраҡта һум курсын төшөрөп булмаясаҡ – ул инвестицияларға ҙур зыян килтерәсәк. Йәнә, Рәсәйҙең сит илдәрҙән сәнәғәт тармаҡтары өсөн байтаҡ ҡорамалдар, станоктар, башҡа төр техника, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары алыуын иҫәптән сығарырға ярамай – импорт өсөн доллар менән евроның һумға ҡарата түбәнерәк курсы отошлораҡ. Нефть һәм газ экспортерҙары өсөн, киреһенсә, долларҙың юғарыраҡ курсы отошло. Әлегә өҫтөнлөк сеймал экспортлаусы компанияларға бирелә – улар бөгөнгө көндә бюджет өсөн мөһимерәк...