Ҡаршылыҡтар сәм генә уята14.04.2017
Ҡаршылыҡтар сәм генә уята Кадрҙар барыһын да хәл итә, ти торғайнылар элгәре. Ләкин был һүҙҙәр һис ҡасан да, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, көсөн, актуаллеген юғалтмай.
– Беҙ тәүҙә хеҙмәткәрҙәрҙең төрлө һөнәрлеләрен һайланыҡ. Йәғни һәр береһе ике-өс төрлө техниканы хеҙмәтләндерә ала, – ти ошо һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгәндәй “Асҡын” юл-төҙөлөш күсмә механиза­цияланған колоннаһы директоры Сергей Шаравьев.
Ысынлап та, эшенә ҡарағанда коллектив бында ҙур түгел – 35 кенә кеше. Ләкин башҡарған эштәре, ай-һа-ай… Һанай китһәң, кем әйтмешләй, бармаҡтар етмәҫ: төҙөлөш-монтаж эштәре, етештереү һәм башҡа объект­тарҙы төҙөкләндереү, юл төҙө­лөшө, яңы юлдар һалыу һәм булғандарын тәртипкә килтереү… Быларҙан тыш, үҙҙәренең пилорамалары өсөн ағас әҙерләйҙәр. Тағы ла уҙған йылда предприятие Златоуст ҡалаһында керамзит блоктар етештереү буйынса бәләкәй завод һатып алған. Унда айына ике мең кубометр төҙөлөш материалдары етеш­терелә. Төҙөлөш эштәренә килгәндә, механизацияланған колонна райондың социаль объекттарын төҙөкләндереүҙә ныҡлы эш алып бара. Мәҫәлән, Ҡубыяҙ фермаһы территорияһын нығытып, бетон йәйгәндәр. Иҫке Балтас – Асҡын араһында дүрт километр юл һалынған. Асҡында бер нисә урамға асфальт түшәгәндәр…
Ҡаршылыҡтар сәм генә уятаБер аҙ башҡарған эштәрҙән арынып, предприятиеның тарихын байҡайыҡ. “Асҡын” юл-төҙөлөш күсмә механизация­ланған колоннаһы 1989 йылда Мишкә ойошмаһының филиалы булараҡ ойошторола. Төп маҡсаты – колхоз-совхоз араларында юл төҙөү, ферма һәм иген майҙансыҡтарын төҙөкләндереү. Ә инде 2003 йылдан үҙаллы ойошма булараҡ эш башлай. Бөгөн яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт аяғында ныҡлы баҫып тороуын, улай ғына ла түгел, төбәктә баҙар дилбегәһен ҡулына ныҡлы алғандар иҫәбендә. Бик күп һандарға туҡтал­майынса, йылына уртаса продукция күлә­менең 10-11 миллион һум менән билдәләнгәнен генә әйтәйек. Шунан, һуңғы өс-дүрт йылда ғына ла 15 миллион һумлыҡ яңы, заманса техника алыныуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Һүҙебеҙҙең башында “кадрҙар барыһын да хәл итә” тинек. Быны йәмғиәтте Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған төҙөүсеһе Сергей Шаравьевтың ун ике йыл буйы етәкләүе лә күрһәтеп тора. Алдынғы эшселәр Валерий Кармальков, Рафиҡ Ғәлиев, Сергей Дубовиковтар ҙа һис ҡасан һынатмай.
Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл генә бармай – һәр эштә ауырлыҡтар була. Ләкин улар сәм генә уята – хәл иткән һайын алға барғаныңды тояһың. Заман талабы шулай.


Вернуться назад