“Visa” түләү системаһы банкоматтар тотҡан банктарға үҙ клиенттарынан ошо автомат аша ҡулаҡса алған өсөн комиссия хаҡы тотоп алып ҡалырға рөхсәт итте. Элегерәк бындай хаҡ түләтеү тыйыла ине.Ҡулаҡса алған өсөн комиссия түләүен ошо картаны сығарған банк тотоп алып ҡала һәм артабан банкомат хужаһы менән иҫәпләшә. Бер үк картанан бөтә банкоматтарҙа ла бер үк хаҡ алынасаҡ, йәғни клиент өсөн бер үк тариф ғәмәлгә ашырыла. “Mastercard” картаһы өсөн ул транзакцияның 0,5 процентын, “Visa” өсөн – 0,45 процентын һәм тағы ла 3 һум, “Мир” картаһы өсөн 0,45 процент итәсәк. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, был карталарҙың тәүгеһе менән банкоматтан 1000 һум алған саҡта һинең иҫәптән биш һум комиссия тотоласаҡ. Әйткәндәй, “Mastercard” был шарттарға риза һәм яҡындағы айҙарҙа үҙенең тарифын шуға ярашлы үҙгәртергә йыйына.
Белгестәр аңлатыуынса, “Visa”-ның был яңы тариф сәйәсәте баҙарҙы ныҡ ҡына үҙгәртә. Быға саҡлы банктар үҙ банкоматтарынан транзакция яһаған өсөн хаҡ алмай ине.