“Эштән бәхет бар”, тиһәләр ҙә ...11.04.2017
Көнө буйы мәшәҡәттән бушамағандар, үҙҙәрен йәлләтергә теләптер инде, шулай тип әйтергә ярата. Эшһеҙҙәр киреһен уйлай. Илдә иҡтисади хәл тотороҡланамы? Халыҡты эш менән тәьмин итеү ниндәй кимәлдә? Рәсәйҙәге мәшғүллек башҡа илдәрҙән нисек айырыла? Бөгөнгө эшһеҙлеккә ниндәй үҙенсәлектәр хас?
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттә­ренә ҡарағанда, бөгөн рәсми теркәлгән 24,3 мең эшһеҙ бар. Был иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1,2 процентын тәшкил итә. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһында ҡабул ителгән ысулдар буйынса иҫәпләһәк, республикала әле 115 мең кеше эшһеҙ йөрөй. Улар халыҡтың әлеге өлөшөнөң 5,7 процентын алып тора. Күренеүенсә, айырма байтаҡ. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң?
Рәсәйҙәге эшһеҙлек үҙенә хас сифат­тарға эйә, һәм уның төп үҙенсәлектәренең береһе – ошондай айырма. Тимәк, беҙҙең ойошмалар менән әлеге Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы был күрһәткесте төрлө юлдар менән иҫәпләй.
Илебеҙ ҡануниәтенә ярашлы, эшһеҙ тип түбәндәге шарттарға тура килгән граждандар ғына таныла ала: даими эш урыны һәм хеҙмәт хаҡы юҡ, халыҡты эш менән тәьмин итеү органында теркәлгән, эш эҙләй һәм хеҙмәт урынына килергә әҙер, 16 йәштән уҙған йәки пенсия йәшенә етмәгән. Был орган ниндәй ҙә булһа ойошмаларға биргән йүнәлтмәләрҙән ике тапҡыр баш тартһа йәки яңы һөнәргә өйрәнеү өсөн бушлай курсҡа барырға теләмәһә, был кеше эшһеҙ статусынан ҡолаҡ ҡаға һәм исемлектән һыҙып ташлана.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы ысулдарына ярашлы, эшһеҙ статусына ошондай кешеләр яуап бирә: эш эҙләп, мәшғүллек буйынса дәүләт йәки коммерция ойошмаларына мөрәжәғәт итһә, эш эҙләүе тураһында иғландар бирһә, ниндәй ҙә булһа ойошманың хакимиәтенә йәки эш биреүсегә туранан-тура инеп һораһа, йә булмаһа үҙ эшен асырға тырышһа, һорашыу үткәрелгән аҙна дауамында хеҙмәткә әҙер булһа, йәше 15-тән ашһа һәм 72-гә етмәһә.
Рәсәйҙә күпмелер эшһеҙҙең күләгәлә ҡалыуы һәм рәсми сығанаҡтарҙа күренмәүе шуның менән аңлатыла:
– ҡайһы бер эшһеҙҙәр мәшғүллек органдарына мөрәжәғәт итергә теләмәй, сөнки унда ошо кешенең һөнәри оҫталығына йәки зауығына тура килгән тулы мәғлүмәт бирә алмайҙар;
– эшһеҙлек буйынса пособиеның үтә аҙ булыуы һәм уныһын да йыш ҡына ваҡытында түләмәүҙәре;
– “күләгәләге” эшҡыуарҙарға барып урынлашыу, йәғни теркәлмәй генә эшләү һәм бер юлы мәшғүллек органынан пособие ла ала барыу мөмкинлеге;
– рәсми рәүештә эштә һаналған, әммә айҙар буйы хеҙмәт хаҡы алмайынса йөрөү ихтималлығы. Ундайҙар ике төркөмгә бүле­нә: түләүһеҙ ялға ебәрелгән хеҙмәткәрҙәр, етәкселек ҡарары менән тулы булмаған эш графигына күсерелгән һәм һөҙөмтәлә эш хаҡы әлеге пособие самаһында ғына түләнгән кешеләр.
Башҡортостанда бөгөн 1 миллион 892 мең кешенең хеҙмәт урыны бар. Дәүләт эш менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараларҙы йыш үткәрә. Шуларҙың береһе – вакансиялар йәрминкәһе. Өфөнөң Ибраһимов бульварындағы 47/1-се йортта урынлашҡан Мәшғүллек үҙәгенә ошондай йәрминкәгә саҡырыуҙарын беҙ әленән-әле күҙәтәбеҙ. Бер нисә көн элек булып уҙғанында, мәҫәлән, төҙөлөш өлкәһенә ҡараған 400-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим итеү ҡаралһа ла, ғәмәлдә йәрминкәлә был тармаҡҡа ҡараған утыҙҙан артығыраҡ ойошма 800 самаһы вакансия барлығын белдерҙе. Һөҙөмтәлә сараға килгән 500-ҙән ашыу кеше автоэлектрик, бетонсы, шофер, урам һепереүсе, ташсы, маляр, слесарь һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса өс йөҙ самаһы саҡырыу алды.
Унан алда ғына ошо уҡ үҙәктә сәнәғәт предприятиелары өсөн һөнәрҙәр йәрмин­кәһе уҙғарылғайны. Уларҙа инженер, инженер-конструктор, механик йыйыу слесары, ремонтлаусы слесарь, мебель йыйыусы, контролер, кран машинисы һәм башҡа байтаҡ һөнәр тәҡдим ителде.
Хеҙмәт урыны эҙләгәндә, тәбиғи, эш хаҡы беренсе урынға ҡуйыла. Иҙән йыуыусы, урам һепереүсе һөнәрҙәренә бик барырға теләмәүҙәре тәүге сиратта шуның менән аңлатыла. Бигерәк тә йәштәрҙе күҙ уңында тотҡанда. Ә эш хаҡына килгәндә, улар, нигеҙҙә, предприятиелар яғынан мохтажлыҡҡа ҡарап билдәләнә. Төбәк директорына йәки проект етәксеһенә, мәҫәлән, Өфөлә айына 100 мең һум түләргә ризалар. Тик ундай тәжрибәле һәм отҡор етәкселәр аяҡ аҫтында ятмай. Шул уҡ сәбәп буйынса күпер төҙөлөшөндәге баш инженерға – 70-100 мең һум, идара системаһын автоматлаштырыу инженерына –кәмендә 65 мең, электр монтажлаусы участка мастерына 55 меңдән алып 60 мең һумғаса эш хаҡы тәҡдим итәләр.
Әйткәндәй, былтырғы ғинуар – декабрҙә Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларындағы уртаса эш хаҡы, рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, айына 27 мең 820 һум тәшкил итте. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 7,1 процентҡа күберәк. Дөрөҫ, был һандар ауыл һәм урман хужалыҡтарында эшләүселәрҙә һәйбәт тойғо уята алмай: уларҙа уртаса хеҙмәт хаҡы ошо осорҙа 15 мең 400 һум ғына булды.


Вернуться назад