Айына бер тапҡыр күп түгел ул...11.04.2017
Беҙҙең республикала эшләгәндәрҙең өстән бер өлөшө үҙенең хеҙмәттәштәре менән айына уртаса бер тапҡыр ыҙғыша икән. Ә хеҙмәткәрҙәрҙең 23 проценты эш урынында бер ҡасан да мөнәсәбәт асыҡламауы тураһында әйткән.
Ошо һорау алыу мәғлүмәттәрен әҙерләгән “HeadHunter” агентлығы ышандырыуынса, анкетаға яуап биргәндәрҙең өс проценты хеҙмәттәштәре менән ни өсөндөр көн һайын нимәнелер асыҡлай.
Ҡайҙа ыҙғыш күберәк? Әлеге агентлыҡ конфликттарҙың күбеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡта булыуын билдәләй, барлыҡ әрләш-талаштың 15 проценты ошо тармаҡҡа тура килә икән. Ҡаҙылма байлыҡ сығарыусылар һәм ҡунаҡхана-ресторан кеүек хеҙмәтләндереү урындарында эшләгәндәр ҙә унан ҡалышмай: тәүгеһендә был күрһәткес – 13 процентҡа, икенсеһендә 12 процентҡа тиң.
Сәнғәт һәм мәҙәниәт учреждениеларында, финанс өлкәһендә, телекоммуникация фирмаларында ыҙғыш осраҡтары башҡаларҙан кәмерәк. Яуап биргәндәрҙең 77 проценты конфликт өсөн төп сәбәп тип эш буйынса килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе, 10 проценты көнкүреш уңайһыҙлыҡтарын атаған. Вағыраҡ сәбәптәр араһында шәхси мөнәсәбәттәр, хеҙмәттәштәренең наҙанлығы һәм “әхлаҡ кимәленең төшөүе” телгә алынған.