Юл ниндәй булыр? Боролоштан һуң күрербеҙ11.04.2017
Юл ниндәй булыр?  Боролоштан һуң күрербеҙ Донъя иҡтисады үҫешенең нисек барасағын күҙаллауы, ай-һай, ҡыйын. Киләһе йылда көрсөктән сығырбыҙмы? Ә быйылғы йыл аҙағына? Икенсе ярты йыллыҡта нимәләр булыр? Аныҡ ҡына яуап биреүсе юҡ. Фараздар, фараздар... Ләкин эшмәкәрлеге иҡтисадҡа ҡағылышлы булған һәр белгес мотлаҡ барыһын да асыҡларға теләй. Хәйер, был теләктең башҡа һөнәр кешеләрен дә тыныс ҡалдырған көнө юҡ.
Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының (ОЭСР) быйылғы февраль айы йомғаҡтарынан күренеүенсә, АҠШ, Япония, Германия һәм Францияла үҫеш билдәләре төҫмөрләнә башланы. Парижда урынлашҡан ойошма был һөҙөмтәне шуның менән дәлилләй: иҡтисади эшмәкәрлектәге боролош мәлдәре тураһында сигналдарҙы тотоп алыу маҡсатында булдырылған махсус индикатор (СLI) икенсе ай рәттән уртаса оҙайлы кимәлдән юғарыраҡ. Был ҡатмарлы терминды тиҙ генә аңлауы ҡыйыныраҡ, әлбиттә, ләкин һәр илдең иҡтисадында ыңғай күренештәр ҙә, кире процестар ҙа байтаҡ, шуға күрә уртаса индикаторҙы ҡулланмайынса булмай.
Ошо күрһәткескә йоғонто яһаған шарттар ҙа байтаҡ, һәм уларҙың ҡасан, нисек үҙгәрәсәген аныҡ ҡына билдәләгән иҡтисадсылар юҡ, йәнә килеп дөйөм фараздар ғына. Былтыр көҙ, мәҫәлән, Бөйөк Британияның Европа оюзынан сығырға әҙерләнеүе уның үҫешенә кире йоғонто яһар, тип күрәҙәлек ҡылалар ине, ләкин декабрҙә әлеге СLI индикаторы ноябрь менән сағыштырғанда байтаҡҡа юғарыраҡ булып сыҡты.
Португалия. Бығаса әллә ни күҙгә салынып бармаған ошо дәүләттең хәле лә бындай шарттарға миҫал була ала: тәрән һәм оҙайлы көрсөктән һуң был илдең иҡтисады структур реформалар үткәреүе һөҙөмтәһендә ҡырҡа яҡшыра төштө, эшһеҙҙәр һаны байтаҡҡа кәмене, экспорт күләме артты. ОЭСР ошо ил буйынса әҙер­ләгән һуңғы күҙәтеү раҫлауынса, үҫеште артабан дауам итеү өсөн был илгә дәүләттең һәм хосуси даирәнең бөгөн юғары кимәлдә булған бурысын кәметеү, кредиттарҙың йоғонтололоғон арттырыу мотлаҡ. Финанс өлкәһендә табыш килтерә алмаған кредиттың дөйөм күләмдәге өлөшө 12 процентҡа етә, һәм был Европа илдәре араһында иң юғары күрһәткес булып тора. Табыш килтерә алмаған кредит – тимәк, банкта “тик ятҡан” һәм бер генә ойошма йәки кеше лә бурысҡа алмаған аҡса. Португалия өсөн иҡтисади үҫеште тиҙләтеү юлындағы тағы бер кәртә – илдәге эш көсөнөң оҫталығы (ква­лификацияһы) ҡитғаның башҡа илдәре менән сағыштырғанда түбәнерәк булыуы.
Швеция. Бында иҡтисади тигеҙһеҙ­лектең теләһә ниндәй алдынғы ил менән сағыштырғанда ла тиҙерәк артыуы күҙәтелде, тип раҫлай ОЭСР. Сәбәбе ябай: килеме юғары булған ғаиләләр, активтар хаҡы күтәрелә барыуҙан файҙаланып, байлығын тағы ла арттырҙы, ә иммигранттар һәм эшһеҙҙәр нығыраҡ хәлһеҙләнә төштө. Был илдәге иң бай биш процент халыҡтың килеме 1990 йылдан алып 70 процентҡа үҫте, ә иң фәҡир биш процент кешеләрҙеке – 10 процентҡа ғына. Шул уҡ ваҡытта Швеция, килем­дәрҙең тигеҙһеҙлеген кәметеү һәм ярлы граждандарға төрлө социаль тәьминәт саралары менән ярҙам иткән дәүләт булараҡ, һәр саҡ башҡаларға өлгө итеп ҡуйыла. Ғәҙеллек һәм тиңлек булдырыу маҡсатында бында юғары килемле кешеләргә ҡарата бик юғары һалым системаһы ҡулланыла. Икенсе яҡтан, социаль пособиеларҙы арттырыу төрлө фирмалар хужаларына үҙ эшселәренә хеҙмәт хаҡын кәметергә мөмкинлек бирҙе, ә оҫталыҡ кимәленә ҙур талаптар ҡуйыу иммигранттарға эш табыуҙы тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштырҙы. Күренеүенсә, иҡтисад ҡанундары тәбиғәттеке кеүек – уларҙы урап үтеп тә, алдап та булмай.
АҠШ. Донъяның был иң ҡеүәтле иле­нең иҡтисади үҫеше былтырғы дүртенсе кварталда һүлпәнәйҙе – эске тулайым продукт 1,9 процентҡа ғына артты. Хәйер, ул йыл йомғаҡтары буйынса ла 1,6 процент ҡына тәшкил итте. Ә бит 2015 йылда ошо күрһәткес 2,6 процентҡа тиң ине.
Ғинуарҙа АҠШ-тың сәнәғәт етештереүе күләме 0,3 процентҡа кәмене. Был һанды ошо илдең Үҙәк банкы атаны. Ә уҙған йыл көҙ Reuters агентлығы экономист һөнәре буйынса эшләгәндәр араһында һорау алыу үткәргәйне, унда ҡатна­шыусылар быйылғы ғинуарҙа үҫеш буласаҡ тип ышандырҙы һәм уртаса күрһәткесте 0,8 процент тип атаны. Күрәҙәлек бойомға ашманы. Тимәк, иҡтисади яҡтан алға киткән илдә яһалған алдан күҙаллауҙы ла шунда уҡ нигеҙ итеп алырға ярамай. Белгестәр әйтеүенсә, был юлы пландарҙы һауа торошо “боҙған”: ғинуарҙа, көн йылы булыу сәбәпле, коммуналь хеҙмәтләндереү ойошмаларының кереме 5,7 процентҡа кәмегән һәм, тәбиғи, уларҙан ҡаҙнаға күсерелергә тейешле һалым да аҙыраҡ булған.
Илдәге ҡулланыу хаҡтары ғинуарҙа арта төштө. Хеҙмәт министрлығы мәғлү­мәт­тәренә ҡарағанда, декабрҙә 0,3 процентҡа артҡайны, быйылғы ғинуарҙа ул 0,6 процентҡа күтәрелде. Ә һуңғы ун ике айҙа был үҫеш 2,5 процент тәшкил итте.
Европа союзы. Йәшәү кимәле иң юғарыһы тип һаналған Көнбайыш илдәрендә инфляция 2017 йылдың ғинуарында 1,8 процент булһа, февраль йомғаҡтары буйынса, ике процентҡа етте. Eurostat агентлығы раҫлауынса, инфляция үҫешенә булышлыҡ иткән төп шарттар түбәндәгеләр: энергия өсөн хаҡтар ғинуарҙа 8,1 һәм февралдә 9,2 процентҡа артты, аҙыҡ-түлеккә улар был ике айҙа 1,8 һәм 2,5 процент булды, шулай уҡ хеҙмәтләндереү, сәнәғәт тауарҙары ла америкалар өсөн ҡиммәтләнә төштө.
Ҡытай. Фараздарға ҡарағанда, был илдең етештереүҙе тағы ла нығыраҡ арттырыу мөмкинлеге юҡ, сөнки артабан ул үҙмаҡсатҡа әйләнәсәк, йәғни иҡтисадты дәртләндереү саралары бөттө. Уның өсөн берҙән-бер юл – ҡулланыу баҙарын йәнләндереү, халыҡты үҙ ҡулында тупланған аҡсаны тотоноу менән ҡыҙыҡһындырыу, ти белгестәр. Нигеҙҙә, ул хеҙмәтләндереү өлкәһен киңәйтә барыу аша тормошҡа ашырылырға тейеш.
Япония. Ғинуарҙа был илдең сауҙа балансының дефициты көтөлгәндән дә ҙурыраҡ булып сыҡты. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, Японияның башҡа илдәрҙән һатып алған тауарҙары ул үҙе һатҡандан күберәк булды. Дефициттың артыуына күбеһенсә донъя баҙарында нефть хаҡы­ның артыуы йоғонто яһаны. Эшһеҙлек кимәле декабрҙә өс процентҡа кәмеһә, ғинуарҙа хеҙмәт урыны таба алмаусылар һаны тағы 0,1 процентҡа аҙайҙы. Илдең Һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль тәьминәт министрлығы хәбәр итеүенсә, әлеге көндә эш эҙләгән һәр 100 кешегә 143 вакансия тура килә. Күрәһең, Рә­сәйҙәге үҙенсәлек уларҙа ла бар: бер кем дә барырға теләмәгән эш урындары байтаҡ.
Рәсәй. Ил иҡтисады 2015 йылда 2,8 процентҡа кәмеһә, Дәүләт статистикаһы буйынса федераль хеҙмәт (Росстат) былтырғы йомғаҡтар буйынса уның 0,2 процентҡа ғына түбәнәйеүе тураһында белдерҙе. Иҡтисади үҫеш министрлығы бер йыл алдараҡ ошо күрһәткестең 0,6 процент булырын күҙаллағайны. Етештереү әүҙемлеге иң ныҡ кәмегән тармаҡтар: төҙөлөш, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, ҡунаҡхана һәм ресторандар. Уларҙың тәүгеһенең эшмәкәрлеге 2015 йылда 4,9 процентҡа һүлпәнәйһә, 2016 йылда ул 4,3 процентҡа түбәнәй­гәйне.
l2015 йылғы иҡтисадтың төп тармаҡ­тарын алып ҡараһаҡ, ауыл хужалығында ғына 3,5 процент үҫеш булыуын күрә алабыҙ. Ҡалған йүнәлештәрҙә кәмеүгә юл ҡуйылды, һәм ул түбәндәгесә булды:
lетештереү өлкәһендә – 4,1 процент;
lкоммуналь хеҙмәтләндереүҙә – 1,2 процент;
lтранспортта һәм элемтәлә – 0,9 процент;
lфинанс эшмәкәрлегендә – 6 процент.
Былтырғы йомғаҡтар хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күрһәтте, һәм “Росстат” мәғлүмәттәре хатта бер аҙ үҫеш күҙәтелеүен дә раҫлай:
lетештереү өлкәһендә – 1,4 процентҡа;
lкоммуналь хеҙмәтләндереүҙә – 2,4 процентҡа;
lтранспортта һәм элемтәлә – 0,4 процентҡа;
lфинанс эшмәкәрлегендә – 2,3 процентҡа;
lауыл хужалығында – 3 процентҡа.
Йылдың тәүге айында сәнәғәт етеште­реүе күләме 2,3 процентҡа артты. Был йәһәттән иң әүҙем тармаҡтар: эшкәртеү сәнәғәте (2 процент үҫеш), тау предприятиелары (3,3 процент), коммуналь хеҙмәтләндереү (1,6 процент).
Тышҡы сауҙала 4,7 процент үҫеш булды, йәғни ыңғай сальдо күҙәтелде, экспорттан алынған килем 11,83 миллиард доллар тәшкил итте.
Ғинуарҙа Рәсәйҙәге ҡулланыу хаҡтары 0,6 процентҡа күтәрелде, декабрҙә ошо күрһәткес 0,4 процентҡа артҡайны. 2012 йылдың июненән алып иҫәпләгәндә, был инфляцияның иң түбәнге кимәле булып тора. Аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға һәм көнкүреш техникаһына хаҡтар бик аҙ ғына артҡан.
Иҡтисадсыларҙың прогнозына килгән­дә, был йәһәттән бер күрәҙәлек тулыһынса тормошҡа ашты: һум нығына төштө. Данияның ошондай фараздары менән дан ҡаҙанған “Saxo Bank” белгестәре, Рәсәй валютаһының курсы 2015 йылда 20 процентҡа күтәреләсәк, тип белдер­гәйне. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, был курстың тағы ла бер аҙға күтәрел­гәнен күрербеҙ, тип фаразлайҙар. Сәбәптәре: нефткә хаҡтың артыуы һәм беҙҙең ил иҡтисадының тотороҡланыуы. Ошо уҡ банктың баш экономисы Стин Якобсон яҙғанса, иҡтисадсыларҙың 2017 йылға берҙән-бер дөрөҫ прогнозы шул – “заман дәһшәтле буласаҡ, һәм ул дәһшәтле саралар талап итәсәк”.


Вернуться назад