Ни өсөн белгестәргә ҡытлыҡ юҡ?11.04.2017
Ни өсөн белгестәргә ҡытлыҡ юҡ? Төбәктең алдынғы хужалыҡтарынан һаналған “Салауат агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫтаханаларында бөгөн тынғыһыҙ осор. Ауыл эшсәндәре көндө төнгә ялғап, барлыҡ техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләй, алмаш частар хәстәрләй. Етәкселек тарафынан алдан яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һәм сифатлы орлоҡ барланған.
Парк бында бай, һуңғы йылдарҙа ғына бөтә төр ауыл хужалығы техникаһы яңыртылған тиерлек. Йәмғиәт етәкселеге заманса һәм ҡеүәтле тракторҙар, комбайндар, сәсеү комплекстары һатып алыуға аҡса йәлләмәй. 250 гектар майҙанды биләгән картуф баҫыуҙарын механик ысул менән эшкәртеү өсөн Grimme немец компанияһында етештерелгән тулы комплекслы машиналар ҙа предприятие паркын тулыландыра. Һуңғы ун йыл эсендә генә был маҡсатта 300 миллион һум аҡса тотонолған. Әлбиттә, ҡаҙнанан киткән сығымдар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаясаҡ, ти белгестәр.
Агрофирма 2015 йылдан бирле орлоҡсолок хужалығы булып танылыу яулаған. Бында йәшелсәнән дә байтаҡ уңыш алыуға өлгәшәләр, йәмғиәт баҫыуҙарында тәм алған кәбеҫтә менән сөгөлдөргә һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Нигеҙҙә, малсылыҡ һәм үҫем­лекселек менән ныҡлап шөғөлләнгән хужалыҡта күпләп картуф үҫтереү ҙә юлға һалынған. Көҙгө мул уңышты һаҡлау өсөн заманса келәттәр, йәшелсә һаҡлағыстар төҙөп ултырт­ҡандар. Сифатлы продукция ауыл магазиндарына, бынан тыш “Магнит”, “Пятерочка” сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла. Уны һатыуҙан килгән табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына, хеҙмәткәр­ҙәргә эш хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә тотонола икән.
— Шөкөр, беҙҙә етештерелгән продукцияны һәр саҡ яратып алалар, сөнки сифаты менән алдырабыҙ. Күмәртәләп һатып алыусылар менән уңайлы килешеүҙәр төҙөлгән, — ти агрофирма етәксеһе Наил Баһаует­динов. — Әле хеҙмәткәрҙәр яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм тотҡар­лыҡһыҙ үткәреп ебәреү бурысы менән йәшәй.
Хужалыҡтың 9 меңгә яҡын тәрбиәле һәм ҡараулы ере бар, шуның 6 меңен һөрөнтө ерҙәр тәшкил итә. Көҙ баҫыу­ҙарҙан мул уңыш алыуға өлгәшкәндәр. Орлоҡ һаҡлау өсөн заманса келәт-ангарҙар, иген киптергестәр бар.
2012 йылдан “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡтың бар һөтсөлөк фермалары ла заманса йыһазландырылып, бөгөн ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек. Бынан тыш һәр белгескә айырым бүлмә ҡаралған, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттары булдырылған. Әле йәмғиәттә бөтәһе ике меңгә яҡын симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 400-ө — һауын һыйыры. Малсылар көн һайын Стәрлетамаҡтың “Аллат” һөт заводына литрын 22-шәр һумдан 6 тонна аҡ оҙата. Предприятие оҙаҡ йылдар инде симменталь тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән дә шөғөлләнә, мул һөт биргән малдарға ихтыяж көслө, шуға төрлө тарафтарҙан килешеүҙәр төҙөү өсөн дә киләләр йәмғиәткә.
Алдынғы хужалыҡтың эшмәкәр­леген тағы ла йыраҡтарға танытыу өсөн уңған һауынсылар Зөлфиә Хисамова, Раушания Вахитова, меха­низа­торҙар Римир Ғиззәтуллин, Ғәзинур Мөхәрәмов, комбайнсылар Радик Ғиззәтуллин, Раил Мосаҡаев күп көс һала, уларҙың тырышлығын етәкселек маҡтап бөтә алмай. “Эшселәргә һәм белгестәргә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, хатта күрше ауылдарҙан беҙгә эш һорап мөрәжәғәт итәләр”, — ти предприятие рәйесе Наил Рөстәм улы.
Агрофирма ауыл хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә, улар бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, матур ғына донъя көтә.


Вернуться назад