Уңыш сере хәстәрлеккә бәйле11.04.2017
Уңыш сере хәстәрлеккә бәйле Стәрлетамаҡ районы республикабыҙҙа нисәнсе йыл инде ауыл хужалығы тармағында алдынғылыҡты бирмәй, шул уҡ ваҡытта башҡаларға маяҡ ролен дә үтәй. Бындағы хужалыҡтар – төбәктең даны ла, ғорурлығы ла. “Авангард” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуялар, үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай уңғандар. Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған тантанала иң күп бүләк-награда уларға тапшырыла.
Хужалыҡты, нигеҙҙә, Суртан ауылы халҡы күтәрә, 242 кеше ал-ял белмәй тир түгә бында. Хәйер, хеҙмәткәрҙәрҙең йорттары ла төҙөк, ихаталары лы тәртиптә. Шулай булғас, һәр береһен өлгөр һәм егәрле тип әйтергә нигеҙ бар. Алдынғылар исемлеген тулыландырған Александр Герасимов, Исмәғил Мәғәфүров, Роза Клачкова, Ирина Герасимова, Григорий Заплахов, Хәлим Мәҡсүтов, Анатолий Красавицкий, Иван һәм Эдуард Герасимовтар – хужалыҡтың төп көсө.
“Авангард” хужалығы рәйесе Рәмил Ибраһимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәртип тупһанан башлана. “Шулай булмай ни, хәҙер бит артта һөйрәлеүселәр юҡ беҙҙә, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан принцибы менән берәү ҙә йәшәмәй”, – ти етәксе.
Бында 2 400 тирәһе һыйыр малы иҫәпләнә. Етәкселек йылдан-йыл мал һанын арттырыуҙы маҡсат иткән. Һөттөң кәмеүенә юл ҡуйылмаған. Әйткәндәй, килем тураһында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, төрлө саҡ булған, ғөмүмән, аҡтан табыш мул килә.
Оҙайлы ҡышта техника яҡшы итеп ҡаралған, яғыулыҡ-майлау материалдары тулыһынса хәстәрләнгән, орлоҡ етерлек тупланған. Әле “Авангард”тар сәсеүгә ныҡлы әҙерләнә.
– Сәфәргә йыш сығырға тура килә, республикабыҙҙы арҡырыға-буйға киҫтем, – ти рәйес. – Халыҡтың, айырыуса ир-егеттәрҙең ситтә йөрөүенә йәнем әсей. Хәҙер хатта Мәскәү, Санкт-Петербургка ла барып еттеләр, Себер тураһында әйтәһе лә түгел. Тырыштар нисек тә аҡса таба, араларында кешелектән сығыусылар ҙа юҡ түгел. Принцибым шундай: ир-ат ғаиләһе янында булырға тейеш, балаларға бигерәк тә атай таянысы кәрәк.
Төрлө кешеләр осрай, етәксе булғанда кемдәр менән генә осрашманым. Берәүҙәрен үҙ итеп, икенселәрҙе үгәйһетеп ҡараманым, һәммәһенә лә тигеҙ ҡараштамын. Улар менән бергә ҡайнағас, барыһын да күреп йөрөйөм. Һәр береһенә, егәрле һәм өлгөр булырға кәрәк, тип дәртләндерәм.
Киләсәккә пландары тураһында ла һораштыҡ. Рәмил Рәшит улы билдәләүенсә, бер нисә йүнәлештә эш итеү хужалыҡты һәр йәһәттән дә үҫтерә, заман менән бергә атларға этәргес бирә, халыҡҡа эш урынын арттырыуға көслө йоғонто яһай. Сәсеүлек майҙанын арттырыуға йөҙ борғандар. Йәнә бер ҡыуанысы менән уртаҡлашты әңгәмәсем: былтыр мал аҙығы күп әҙерләнгәс, хәҙер был тәңгәлдә ҡытыршылыҡ юҡ.


Вернуться назад