Ауыл хужалығы предприятиеларының күпселегендә финанс-иҡтисади хәл малсылыҡҡа бәйле. Малың ишле, уға аҙыҡ та етерлек булһа, техникаң геүләп эшләһә, уңышлы һәм табышлы көн итә алаһың. Төбәктең “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн тап шундайҙар иҫәбендә: малсылыҡта ла, үҫемлекселек өлкәһендә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.Йәмғиәттең алдынғылар рәтенә сығыуына эшһөйәр һәм бөтмөр Александр Бражниковтың идара теҙгенен үҙ ҡулына алыуы булышлыҡ иткәндер, моғайын. Халыҡ та оҫта ойоштороусы, уңған рәйесте ихтирам итә, район етәкселеге лә иғтибарынан ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Шуныһын билдәләргә кәрәк: “Дружба”ла малсылыҡҡа етди иғтибар элек-электән килә, ауыр йылдарҙа ла һыйыр малын кәметеүгә юл ҡуймай, киреһенсә, арттырыуға өлгәшкәндәр.
Бында зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Әле ике мең баш симменталь, ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, йыл да көтөүгә яңы таналар индерелә. Һауынсылар һәүкәштәрҙең һәр ҡайһыһынан йылына уртаса биш мең килограмдан ашыу һөт һауып ала. Көн һайын ун тоннанан ашыу әҙер продукция Стәрлетамаҡтың “Аллат” һөт заводына оҙатыла. Бынан тыш, ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе лә булдырғандар. Был үҙ сиратында ҡаҙнаға аҙмы-күпме табыш килтерә икән.
Йәмғиәттең фермалары республикала уңышлы тормошҡа ашырылған “500 ферма” маҡсатлы программаһына ингән. Мәҫәлән, Подлесное ауылындағы һөтсөлөк фермаһында бөгөн эш механизацияланған, заманса һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар бар. Малсыларҙың хеҙмәт шарттары күптәрҙе көнләштерерлек, ял, йыуыныу бүлмәләре эшләй. Хөкүмәттән бүленгән аҡсаға ике бүлексәлә лә капиталь ремонт үткәргәндәр. Подлесное ауылындағы элекке сусҡа аҙбарын, иҫке һөтсөлөк фермаһын бөгөн танымаҫһың да. Бынан тыш, быҙауҙар өсөн айырым бина ла төҙөп ултыртҡандар.
Предприятиеның Канада технологияһы буйынса заманса һимертеү комплексында бер меңдән ашыу баш мал асыҡ һауала тотола, аҫтары ҡоро, иркен йөрөйҙәр. Ошо комплексты төҙөүгә генә лә хужалыҡ 8 миллион һум тотонған. Төҙөлөшкә киткән сығым бер-ике йылдан үҙен аҡлаясаҡ, ти белгестәр. Ел үтәнән-үтә өрмәһен өсөн тирә-яғына һалам өйөп һалынған. Әлбиттә, шарттар яҡшы булғас, һимертеүгә ҡуйылған мал тиҙ көрәйә, тәүлек артым уртаса бер килограмға етә. Комплекста ла эш тулыһынса автоматлаштырылған, ни бары дүрт кеше хеҙмәтләндерә. Һимертеү майҙансығы янында шулай уҡ ике ҙур ангар ҙа төҙөлгән: береһендә фураж һаҡлана, аҙыҡ, ярма әҙерләнә, ә икенсеһендә техника урын алған. Әйткәндәй, ауыл хужалығы техникаһы йыл һайын яңыртыла. 2016 йылда, мәҫәлән, йәмғиәт паркы 90 миллион һумлыҡ техника менән тулыланған. Әле бында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара, барлыҡ техника бөгөндән сәсеүгә сығырға әҙер. Яғыулыҡ-майлау материалдарын, минераль ашламаны етәкселек көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйған, орлоҡҡа ла ҡытлыҡ булмаясаҡ. Ауыл эшсәндәренә яҙ 14 мең гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу бурысы тора.
— Мал ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлап киләбеҙ, әҙерлек кимәле юғары һәм ойошҡан булды бит. Малдар теремек һәм көр генә, — ти директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары Марат Ринат улы Әбсәләмов. — Эшселәрҙең күңеле күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡын ваҡытында бирәбеҙ, уларҙың бер генә үтенесе лә иғтибарһыҙ ҡалмай.
Бында уртаса эш хаҡы 17 меңдән ашыу. Етәкселек алдынғы механизатор Геннадий Иванов, Владимир Юраш менән Павел Рябовты һәм һауынсы Наталья Яковлеваны һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Бөгөн бында 145 кеше эш менән мәшғүл. Хеҙмәт шарттары яҡшы булғас, эшселәргә ҡытлыҡ һиҙелмәй, юғары һәм урта махсус белемле белгестәр ҙә етерлек.
“Дружба” хужалығы етәкселеге йәмғиәт биләмәһендә урынлашҡан алты ауылды ла үҙ ҡанаты аҫтына алған. Ҡыҫҡаһы, уңғанлыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе һәр ерҙә һиҙелә.