Тирмән оно туҡлыҡлы05.04.2017
Тирмән оно туҡлыҡлыРеспублика баҫыуҙарында йылдан-йыл иген үҫтереү ҡеүәтле бара: бураларға әллә күпме тонна ашлыҡ тапшырабыҙ, шул уҡ ваҡытта ситтә етештерелгән ондо һатып алабыҙ. Һуңғы ваҡытта бер генә ойошманың йәки фермерҙың үҙ игенен тирмәндә тарттырып, шуны эшселәренә һатҡаны хаҡында ишеткәнебеҙ ҙә, гәзит биттәрендә уҡығаныбыҙ ҙа юҡ. Ә бына “Урал аръяғы Агро” МТС-ының Әбйәлил филиалының Ишҡол бүлексәһендә, ышанаһығыҙмы-юҡмы, тирмән эшләй.


Оҙаҡ йылдар тирмәнсе булып эшләгән Мәүлит Хөббөтди­новтың тырышлығы менән әлегә тиклем элекке колхоз осорондағы ҡоролма халыҡты туҡлыҡлы һәм бәрәкәтле он менән тәьмин итә.
– Былтыр иген бигерәк яҡшы булды, шунлыҡтан он күпереп торһа, бы­йылғыһы, яҫмаларҙа оҙағыраҡ ятыу сәбәпле, бер аҙ хөртөрәк. Насар тип тә әйтеп булмай, бешергәндә икмәк бысыйыраҡ килеп сыға. Ана, күрә­һегеҙме, иген шытып кипкән, шун­лыҡтан он өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе – елеме – аҙыраҡ сыға. Етәкселеккә был хаҡта әйткәс, онға тип килтергән барлыҡ ашлыҡты алып, алмаштырып бирҙеләр. Был юлы он сифатлы булыр тип уйлайым, – ти тәжрибәле тирмәнсе.
Әйткәндәй, тирмән онон һорау­сылар күп, хатта башҡа район фермерҙары ла килә. Урал аръяғы төбәгендәге берҙән-бер Ишҡол тирмәненең даны тирә-яҡҡа таралған. Игенде арзан хаҡҡа ситкә оҙатҡансы, үҙҙәрендә он итеп тарттырғанда, күпкә отошлораҡ килеп сыға. Мәҫәлән, бер тонна игендән 600 килограмм таҙа он сыға, кәбәге хаҡында әйтеп тә тормайыҡ. Баҙарҙа бер тоҡ ондо (сортына ҡарап) 1 мең 300 һумға тиклем һатып алырға мөмкин, ә бында ни бары 1 меңгә тәҡдим итәләр. МТС үҙ эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы иҫәбенә бирә, теләүселәр ҡулаҡсаға һатып ала. Тимәк, бер тонна игенде 6-7 меңгә тапшырғансы (иген күп йылда был хаҡ 5 меңгә тиклем төшә), тирмәндә тарттырғанда икеләтә отошло килеп сыға түгелме һуң?!
Миҙал ике яҡлы була, тигәндәй, тирмәнде йыл әйләнәһенә эшләтеү мөмкин түгел, бының өсөн игендең күп һәм әҙер ондо һатып алыусы­ларҙың булыуы мөһим. Етмәһә, иҫке ҡоролма сафтан сыҡһа, уға кәрәкле запас часть табыу ҡыйынға тура килә, сөнки яҡын-тирәлә тирмән булмау сәбәпле, улар һатыуҙа күптән юҡ.
Үҙ эшенең ысын оҫтаһы Мәүлит Хөббөтдинов унан-бынан алып, шуны йүнләп, үҙе әйтмешләй, “өшкөрөп” әтмәләп ҡуя. Бөгөн ул ҡоролмаға ҡулын һелтәһә, иртәгә үк тирмәндең эшләмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Тимәк, был хаҡта уйланырға урын бар. Үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатып алырға тигән хәҡиҡәтте иҫтә тотһаҡ та, үҙ баҫыуҙарыбыҙҙа химияһыҙ үҫкән ҡаты сортлы бойҙайҙан етештерелгән тирмән онон алырға теләүселәр табылыр ине, әгәр уға тейешле иғтибар һәм үҙ эшенең оҫталары булған тирмәнселәргә ихтирам булғанда. Шул сағында икмәк тә тәмле һәм сифатлы буласағына иманым камил.





Вернуться назад