Байҙарҙың аҡсаһы юҡ...05.04.2017
Көнбайыш Европа санкцияларына эләккән ҡайһы бер байҙарҙың хәлдәренә инеп, уларҙы һалымдан азат итергә уйлайҙар. Был хаҡта Дәүләт Думаһы закон проекты әҙерләгән дә инде.
Һүҙ Рәсәйҙең иң бай биш кешеһенең береһе – “Сибур”, “Новотэк”, “Трансойл” һымаҡ сәнәғәт компанияларының акциялары хужаһы Геннадий Тимченко, “Стройгазмонтаж”ы менән дан тотҡан Аркадий Ротенберг, “Роснефть” башлығы Игорь Сечин, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке етәксеһе Владимир Якунин, “Ростех”тың генераль директоры Сергей Чемезов хаҡында бара. Әммә исемлек бының менән генә сикләнергә оҡшамаған.
Әйткәндәй, был әфәнделәрҙең күбеһе билдәле “Forbes” рейтингы буйынса донъяның иң бай кешеләре рәтендә тора. Шул уҡ ваҡытта уларҙың сит илдә лә гражданлыҡтары бар.
Әлбиттә, сит ил сикләүҙәренә эләккән бизнесмендарҙың хәлен аңларға була. Уларҙы “сәйәси ҡорбан” тип тә атарға мөмкиндер. Тик шулай ҙа һалымдарҙан азат итеү һымаҡ бүләккә лайыҡмы улар?! Уйлап ҡарағанда, был йәһәттән бюджетҡа бихисап аҡса инеүҙән туҡтай. Ә әлегә нисек тә булһа ҡаҙнаны тултырырға тигән мәсьәлә көнүҙәк булып торғанда, был аҙым уйға һала.
Ярай, байҙарҙы байытып, һалымдан азат та иттеләр, ти. Тик бына көндәрен көнгә саҡ ялғап килгән халыҡ өсөн йөрәк әрней. Эш хаҡтары юҡ кимәлендә булһа ла, улар һалым түләй бит.
– Башҡа илдәрҙә, ғәҙәттә, эшләмәгән кеше генә фәҡирлектә йәшәй. Беҙҙә иһә башлыса хеҙмәт урындары булып та халыҡ хәйерселектә көн күрергә мәжбүр, – тип билдәләй, мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец. Әйткәндәй, ул шулай уҡ илебеҙҙең тағы бер үҙенсәлеген билдәләй: 7 500 һумға баһаланған хеҙмәттең булыуы мөмкин түгел, әммә бындай кешеләр илебеҙҙә биш миллион тәшкил итә.
Эйе, Рәсәй – үҙенсәлекле, мөғжизәле ил. Юҡһа, ана, үткән быуаттағы үҙгәреш йылдарынан башлап тәүге тапҡыр булған шундай етди кимәлдәге көрсөк мәлендә лә илдә миллионер һәм миллиардерҙарҙың артыуын тағы нисек аңлатырға?!
2014 йылғы мәғлүмәттәргә таянғанда иһә, шуға инанаһың: байҙар менән бер рәттән фәҡирҙәрҙең һаны ла бермә-бер арта. Телгә алған йылда улар 3миллиондан ашып китһә, 2019 йылға был күрһәткескә йәнә 1,5 миллион фәҡирҙең өҫтәлеүе көтөлә. Ә беҙ иң бай кешеләрҙе һалымдан азат итеү тураһында һүҙ алып барған булабыҙ...